Һеҙҙең яҡта "йыуа" нисек атала?
Ялан-ҡырҙарҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы үләндәр өлгөрә. Уларҙан аш, бәлеш бешерергә мөмкин. Шулай уҡ туңдырып һалырға ла була.
"Аллаға шөкөр, күгүләнгә лә аяҡ баҫтыҡ”, - ти торғайны элегерәк инәйҙәр. Ысынлап та, тәбиғәт көндән -көн йәшәрә, матурая. Ялан-ҡырҙарҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы үләндәр өлгөрә. Уларҙан аш, бәлеш бешерергә мөмкин. Шулай уҡ туңдырып һалырға ла була.
Йыуа - бик шифалы үлән. Уны һәр ерҙә төрлөсә атайҙар. Шулай уҡ төрлө сорттары бар. Мәҫәлән, әсе йыуа, оҫҡон йыуаһы, һыу йыуаһы һәм башҡалар.
Һеҙҙең яҡта "йыуа" нисек атала? Йыуанан нимәләр эшләйһегеҙ? Ҡышҡылыҡҡа туңдырып һаҡлайһығыҙмы? Кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: Көнһылыу Хасаева