Саҡмағоштар сәсеүгә әҙер06.04.2025
Саҡмағоштар сәсеүгә әҙер

Саҡмағоштар сәсеүгә әҙер

Яҙғы сәсеүҙе 59 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрергә планлаштырабыҙ...

Саҡмағош районының “Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативы биләмәһендә сәсеү кампанияһын үткәреү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда хужалыҡ һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре, агрономдар, инженерҙар, агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Баҫыу эштәренә әҙерлекте тикшерҙеләр, техника смотрына йомғаҡ яһанылар, үҫемлекселектәге заманса талаптар һәм технологиялар менән таныштылар.


– Хужалыҡтар һәм фермерҙар сәсеүгә әҙер. Етерлек күләмдә орлоҡтар, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар әҙерләнгән, ышаныслы техника бар. Яҙғы сәсеүҙе 59 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрергә планлаштырабыҙ, шуларҙың 39 мең гектары - иген, ҡалғандары – техник һәм мал аҙығы культуралары. Көҙҙән алып 11 мең гектарҙан ашыу ужым культуралары сәселгән.


Сәсеү кампанияһы башланыр алдынан фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу бик мөһим. Семинар файҙалы, һөҙөмтәле булды, тип ышанам. Хеҙмәтсәндәребеҙгә планлаштырылған эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуҙарын теләйем. Миҙгел ауыл эшсәндәре өсөн уңышлы булһын, – тип белдерҙе Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.


Фотолар: Реканс Йәмәлиевтең сәхифәһенән.



Вернуться назад