Укроп һыуы ныҡ файҙалы06.04.2025
Укроп һыуы ныҡ файҙалы

Укроп һыуы ныҡ файҙалы

Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, һейҙек ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ. Укроп һыуы юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә.

Быйыл яҙ иртә килде. Күп баҡсасылар миҙгел эштәрен башлап та ебәрҙе. Теплица эсенә укроп, башҡа йәшел төмләткестәр, редистың һыуыҡҡа бирешеп бармаған сорттарын ултыртырға мөмкин. 


Бөгөнгө һүҙебеҙ үҙе әрһеҙ, үҙе файҙалы укроп тураһында. 


Баҡсала сүп үләне кеүек үҫкән укроптың файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, ул эстә йыйылған, шул сәбәпле ауыртыныу тыуҙырған газдарҙы һәйбәт ҡыуа. Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, һейҙек ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ.


Укроп һыуының тағы ла бер файҙалы сифаты – даими эскән осраҡта ул юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә.


Шулай итеп, ябай ғына, әммә файҙалы рецепт: сәйнүккә бер аш ҡалағы укроп орлоғо һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Таҫтамал менән урап, 30-40 минут тотҡандан һуң төнәтмә әҙер. Уны көн дауамында өсәр йотомдан ете-һигеҙ тапҡыр эсегеҙ. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашағандан һуң эсергә кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – ашау барышында һәм араһында ҡабул итеү. Бер аҙна эскәндән һуң мотлаҡ һөҙөмтә күренер. Артабан айына ике-өс көн профилактика өсөн эсеп торорға мөмкин.


Автор фотоһы. 



Вернуться назад