Ап-аҡ болот ише алиссум сәскәһен үҫтергегеҙ киләме?05.04.2025
Ап-аҡ болот ише алиссум сәскәһен үҫтергегеҙ киләме?

Ап-аҡ болот ише алиссум сәскәһен үҫтергегеҙ киләме?

Шәп баҡсасы Сулпан Ғайсинаның кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле. Ул был сәскәне йыл һайын күпләп үҫтерә. 

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Сулпан Ғайсинаның иҫ киткес матур баҡсаһы, гөл-сәскәләре тураһында “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә яҙып, ул үҙе төшөргән матур видеояҙма менән уртаҡлашҡайныҡ. Әлеге яҙма уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, күптәр бындай матурлыҡты нисек булдырыу, тәрбиәләү серҙәрен һорашты. Хатта: “Бер үҙе генә баға алмайҙыр, баҡсасы тоталыр был ханым”, тип яҙыусылар ҙа булды. Илеш тарафтарына командировкаға барғанда Сулпандың баҡсаһын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә, уның менән әңгәмә ҡорорға насип булды.


Сулпан Ғайсина был баҡсаны үҙ ҡулдары менән булдырған, йәғни бер ниндәй ярҙамсы ла, баҡсасы ла тотмай, ҡай берәүҙәр уйлағанса, ландшафт буйынса дизайнер ҙа ялламай.


– Сәскәләр менән ныҡлап шөғөлләнеүемә өс йыл ғына әле. Үҙаллы һынап, хаталарымда өйрәнәм, – тип йылмая Сулпан. Ишек алдын, тротуар буйҙарын ап-аҡ болот ише күпереп сәскә атҡан алиссум, гортензия, төрлө төҫтәге раузалар, клематис, петуния һәм башҡа сәскәләр биҙәй.


Беҙ унан ап-аҡ болот ише күпереп сәскә атҡан алиссум сәскәһен үҫтереү серҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. 


- Орлоҡтан үҫтереү мәшәҡәтлерәк, шуға күрә әҙер үҫентеләр һатып алырға кәңәш итәм. Миңә хәҙер улар петунияға ҡарағанда ла нығыраҡ оҡшай, - тине Сулпан. Ул үҙе алиссумды 50 - 60 литрлыҡ һауыттарға ултырта, шул саҡта улар шар формаһында үҫеп, баҡсаға айырым бер йәм бирә. 


- Үҫентеләргә июлгә тиклем нишатыр спирты ҡушылған төнәтмә ныҡ килешә. 10 литр һыуға бер-ике аш ҡалағы етә. Алиссумдарҙы йышыраҡ – аҙна һайын ашларға кәрәк, шуға күрә бер аҙнала – нишатырлы төнәтмә, икенсе аҙнаһына калий монофосфаты һибәм. Шулай уҡ бөрөләнеү һәм сәскәләнеү осоронда плантофид тигән ашлама ла даими кәрәк, тигән кәңәшен еткерҙе баҡсасы. 


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 



Вернуться назад