Яҙ көнө һарымһаҡты нисек һәм ҡасан ултыртырға?23.03.2025
Яҙ көнө һарымһаҡты нисек һәм ҡасан ултыртырға?

Яҙ көнө һарымһаҡты нисек һәм ҡасан ултыртырға?

Һарымһаҡтан мул уңыш алыу өсөн уны иртә яҙҙан, тупраҡ 5-6 градусҡа тиклем йылынғанса ултыртып ҡуйырға кәрәк.

Һарымһаҡты ике төрлө ултыртып була – көҙҙән ултыртып ҡалдырырға, шулай уҡ яҙ көнө лә сәсергә мөмкин.


Һарымһаҡтан мул уңыш алыу өсөн уны иртә яҙҙан, тупраҡ 5-6 градусҡа тиклем йылынғанса ултыртып ҡуйырға кәрәк.


Тәжрибәле баҡсасылар һарымһаҡты помидор, ҡыяр, кәбеҫтә һәм ҡуҙаҡлы культуралар ултыртҡан түтәлдәргә сәсергә кәңәш итә. Һарымһаҡты һуғандан һәм уның “туғандарынан” ҡалған урынға ултыртырға ярамай. Шулай уҡ һарымһаҡты элегерәк баҡса еләге үҫкән түтәлдәргә лә ултыртырға ярамай. Был культураларҙың уртаҡ дошманы – нематода була, ә был уңышҡа насар тәьҫир итәсәк.


Һарымһаҡты ултыртыу өсөн иң уңайлы ваҡыт – апрелдең өсөнсө декадаһы. Шытымдар еңелсә ҡырауҙарҙан зыян күрмәйәсәк. Әммә уны ултыртыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, иң һуңғы срок – май уртаһы.


Яҙын һарымһаҡты ултыртыу өсөн ай календары буйынса иң уңышлы көндәр – 24 апрель, 6-7, 11-12 май.


Фото: ogorod.ru



Вернуться назад