Һуған ниңә ҙур булып үҫмәне тип ҡайғырмаҫ өсөн 4 кәңәш15.03.2025
Һуған ниңә ҙур булып үҫмәне тип ҡайғырмаҫ өсөн 4 кәңәш

Һуған ниңә ҙур булып үҫмәне тип ҡайғырмаҫ өсөн 4 кәңәш

Сәсер алдынан 2-3 сәғәткә тоҙло һыуға һалығыҙ һәм... 

“Ҡарҙар ирей, яҙ етә, беҙҙе баҡсабыҙ көтә!” – тип йөрөйҙөр инде барлыҡ баҡсасылар. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға һуғанға ҡағылышлы кәңәштәр.


“Һуғаным ниңә ҙур булып үҫмәне, уңманы тип ҡайғырмаҫ өсөн шәп кенә 4 кәңәш.



Сәсер алдынан 2-3 сәғәткә тоҙло һыуға һалығыҙ: 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы ҡәҙимге аш тоҙо алына. Артабан 2 сәғәт ҡуйыраҡ алһыу төҫтәге марганец ҡатнашмаһында тотоғоҙ. Унан алғас, мотлаҡ һәйбәт итеп сайҡатығыҙ.
Ашламалар. Һуған әсетке (сүпрә) ярата. Уны бер биҙрә (10 литр) һыуға 100 грамм сүпрә ҡушып әҙерләгеҙ. Бер сәғәт ултыртып ҡуйғас, тәүҙә һуған түтәленә ябай һыу һибегеҙ ҙә 2 сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, сүпрәле ашламаны һибегеҙ. Киләһе көнөнә тағы берҙе таҙа һыу һибегеҙ. Быны артыҡ йыш эшләмәгәеҙ.
Һуған бетен булдырмайбыҙ.  Бының өсөн тәүге ҡыяҡтар барлыҡҡа килеү менән түтәлде эшкәртергә кәрәк. Тәүҙә ябай һыу һибәбеҙ. Артабан нишатырлы ҡатнашма: 10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нишатыр спирты ҡушабыҙ. 6 метр оҙонлоҡтағы түтәлгә 3 биҙрә самаһы ашлама кәрәк. Бер тәүлектән һуң еңелсә генә итеп таҙа һыу һибергә. 10-14 көндән 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ һалып, үрҙәге схема буйынса ошо ҡатнашманы ҡулланырға.  Тағы 10-14 көндән әлеге схема марганецлы ҡатнашма менән башҡарыла.


Йыйып алынған һуғанды мотлаҡ ҡояшта киптереп алығыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/public219820433



Вернуться назад