Ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү мәле етә15.03.2025
Ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү мәле етә

Ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү мәле етә

Быны мотлаҡ ҡар ирегәнсе, үҫемлектең бөрөһө асылғанға тиклем эшләп ҡалырға кәңәш ителә. 

Тәжрибәле баҡсасылар иртә яҙҙа (ҡар ирей, бөрөләр тиртә башлағас), ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү алымын бик оҫта файҙалана. Эҫе “душ” айырыуса ҡарағат, ҡыҙыл ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарға килешә.


Бындай эшкәртеү ысулы ағас-ҡыуаҡтарҙы төрлө ҡоротҡостарҙан, айырыуса талпан, үҫемлек бетсәләренән һаҡлай.


Ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәрткәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә? Беренсенән, һыу ныҡ ҡайнар булмаһын – 60-70 градус булһа, етә. Әгәр ныҡ эҫе һыу һипһәгеҙ, бөрөләргә зыян килтереүегеҙ бар. Икенсенән, мотлаҡ лейка ҡулланығыҙ. 10 литр эҫе һыу 2-3 ҡыуаҡҡа тәғәйенләнә. Һыуға бер нисә тамсы марганцовка иретмәһе өҫтәргә мөмкин.


Әйткәндәй, ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү – борон замандан билдәле алым, баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халыҡтар уны элек-электән ҡулланған. Шулай уҡ тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, бындай “душ” үҫентеләрҙең ҡышҡы йоҡонан тиҙерәк уяныуына, үҫешенә, хатта уңдырышлылығына ла тәьҫир итә.


Фото: naogorode.ne



Вернуться назад