Ҡыярығыҙ мул уңыш бирһен тиһәгеҙ...14.03.2025
Ҡыярығыҙ мул уңыш бирһен тиһәгеҙ...

Ҡыярығыҙ мул уңыш бирһен тиһәгеҙ...

Әгәр үҫентеләрҙе 1 майҙа теплицаға сығарырға уйлаған булһағыҙ, 5-10 апрель арауығында сәсергә кәрәк. Әгәр инде 1 июндә асыҡ һауаға күсерергә планлаштырһағыҙ... 

Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле лә, күңелле лә осор башланды. Уңыш сифатына иң тәүҙә нимә йоғонто яһай? Әлбиттә, яҡшы сифатлы орлоҡ һәм дөрөҫ эшкәртелгән ер.


Беҙҙең шарттарҙа күптәр йәшелсә үҫентеләрен башта – өйҙә, һуңынан теплицаға йәки асыҡ һауаға күсереп ултыртыу юлы менән үҫтерә, сөнки сағыштырмаса ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ, төбәгебеҙҙә июнь башында ла ҡырау төшөү ихтималлығы ҙур.


Бөгөнгө һүҙебеҙ – ҡыяр тураһында. Орлоҡтарҙы ҡасан сәсеү дөрөҫ булыуын билдәләү өсөн үҫентеләрҙе теплицаға ҡасан күсереп ултыртасағығыҙҙы күҙаллағыҙ. Үҫенте 15-20 көнлөк булырға тейеш. Мәҫәлән, әгәр үҫентеләрҙе 1 майҙа теплицаға сығарырға уйлаған булһағыҙ, 5-10 апрель арауығында сәсергә кәрәк. Әгәр инде 1 июндә асыҡ һауаға күсерергә планлаштырһағыҙ, 5-10 май араһында сәсеү ҡулай буласаҡ. Ҡырауҙар ҡурҡынысы тулыһынса үтеүен көтөргә теләһәгеҙ, 20 майҙа сәсеп, 15 июндә асыҡ һауаға күсереп ултыртығыҙ.


Иң тәүҙә орлоҡтарҙы зарарһыҙландырыу сараһы үткәреү мотлаҡ. Иң һөҙөмтәле алым – калий перманганаты (марганцовка) иретмәһе. Бер литр һыуға 10 грамм марганцовка һалырға (ҡуйы шәмәхә төҫөндө булырға тейеш), унда орлоҡтарҙы 15-20 минут тотоп, һыу менән сайырға. Артабан 200 мл һыуға ике-өс тамсы “Гуми” кеүек биопрепарат өҫтәп, орлоҡтарығыҙҙы ошо ҡатнашмала бер нисә сәғәт тотоп алһағыҙ, улар “рәхмәт” кенә әйтер. Был сара орлоҡтарҙы биологик әүҙем матдәләр менән байыта, көс бирә, сөнки шытым сығарыу, орлоҡтоң тышын ярыу, яҡтыға килеп сығыу өсөн бик күп энергия талап ителә.


Орлоҡто сәсер алдынан тупраҡ ҡатнашмаһы әҙерләү шарт, уны һатып алырға йәки үҙаллы эшләргә мөмкин. Тупраҡты йәшелсә баҡсаһынан алмағыҙ, унда сир таратыусы микроорганизмдар һәм әлегә йоҡлап ятҡан ҡоротҡостар күп. Ҡыяр үҫентеһе өсөн еңел тупраҡ (яҡынса 50%), йылға ҡомо (10-15%), торф (20-30%) һәм таҙа ағас онтағы (10-15%) алына. Уларҙы яҡшы итеп бутарға кәрәк.


Бүрткән орлоҡто сәскәс, йылы һыу ҡойорға һәм шытымдар сыҡҡансы 22-25°С температура режимын һаҡларға кәрәк. Әгәр температура 16°С-тан түбән булһа, орлоҡтоң сыҡмауы, сереүе ихтимал. Шытымдар күренгәс, температураны 19-21°С арауығында тотоу кәңәш ителә.


Фото: yandex.ru 



Вернуться назад