Ожмах гөлөн нисек тәрбиәләргә?
Был хаҡта төрлө гөлдәр үҫтерергә яратҡан Рәмилә Туғыҙбаеванан кәңәштәр тыңлағыҙ.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән бик күп төрлө гөлдәр үҫтергән Рәмилә Туғыҙбаева хаҡында гәзит биттәрендә таныштырып үткәйнек. Был юлы ул клеродендрум, халыҡ телендә "ожмах гөлө" тип аталған гөлдөң үҫтереү сере менән бүлешә.
"Уны "яҙмыш гөлө" тип тә әйтәләр. Был гөлдөң төрлө төрҙәре бар, бына береһе клеродендрум угандийский (күбәләккә оҡшағаны). Клеродендрум сәскәһе тәүҙә аҡ була, аҙаҡ бер аҙ күк төҫкә ине. Был гөлдө ҡояштан йырағыраҡ ҡуйығыҙ, оҙонайһа, ҡыҫҡартып ҡырҡығыҙ. Иртән япраҡтары һыу һиптергәнде ярата. "Для цветущих растений" тигән ашлама (шыйыҡ) сәскә атырға булышлыҡ итә. Бына ошолай сәскәләре күк төҫкә инә. Һеҙгә уңыштар, шаулатып сәскә аттырыуығыҙҙы теләп ҡалам. Теләһәгеҙ, үҙегеҙҙә был яҙыуҙы һаҡлағыҙ", - ти гөл үҫтереүсе.
Әйткәндәй, һеҙ ниндәй гөлдәр үҫтерергә яратаһығыҙ?
Фото һәм видео: Рәмилә Туғыҙбаева.