Ләлә сәскәләренең ниндәй генә төрө юҡ!07.03.2025
Ләлә сәскәләренең ниндәй генә төрө юҡ!

Ләлә сәскәләренең ниндәй генә төрө юҡ!

 Ләлә сәскәһен үҫтереп ҡарау теләге ҡапыл ғына килеп сыҡты. Былтыр йәй көнө уларҙың һуғанбашын һатып алдыҡ, әлегә ике төрлө сорт үҫтерәбеҙ. Беҙҙең йорт алдында ябыҡ теплица бар, көҙ көнө уны тулыһынса ләлә үҫтереү өсөн ҡулайлаштырҙыҡ, һуғанбаштар ултыртты, тип һөйләй уңған ҡатын.

Хәйбулла районы эшҡыуары Дилбәр Рәхмәтованың оранжереяһында өс меңгә яҡын ләлә сәскә атҡан.


Урамда ҡар һәм һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Хәйбулла уңғаны Дилбәр Рәхмәтованың “Тюльпан йорто”нда күҙҙең яуын алырлыҡ ләләләр сәскәгә бөрөләнгән. Районда иң тәүгеләрҙән булып ләлә сәскәләре үҫтереүгә тотонған ҡатындың әле иң мәшәҡәтле һәм яуаплы осоро: сәскәләрҙе киҫергә, уларҙан матур гөлләмәләр яһап, йәшниктәргә тултырып өлгөрөргә кәрәк, сөнки 8 Март байрамы алдынын яҙҙың тәүге сәскәләренә һорау ҙур.


Байрам алдынан күптәр үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән ләләләр барлығын да белмәйҙер әле, шуға күрә сәскә һайлағанда уны ҡайҙан килтерелгәненә лә иғтибар итегеҙ. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙә үҫтерелгәндәре эре сәскәле, йәм-йәшел япраҡлы һәм оҙаҡ һулымай тороуы менән айырыла икән.


Дилбәр Рәхмәтова сығышы менән Мәләүез яғынан, Хәйбулла районына килен булып төшкән. Йыр-моңға ғашиҡ ханым тормошҡа ла, йәшәүгә лә бар яҡлап ижади ҡарай. Тормош иптәше Вилдан Рәхмәтов менән Рушан исемле ул үҫтерәләр. Бөгөнгө йәштәрҙең үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарауҙары һоҡландыра. Яңы йыл алдынан Рәхмәтовтар күмәкләшеп сельдь балығын үҙҙәре тоҙлап, баҙарға алып сығып һатһа, әле ләләләргә тотонған.


— Ләлә сәскәһен үҫтереп ҡарау теләге ҡапыл ғына килеп сыҡты. Былтыр йәй көнө уларҙың һуғанбашын һатып алдыҡ, әлегә ике төрлө сорт үҫтерәбеҙ. Беҙҙең йорт алдында ябыҡ теплица бар, көҙ көнө уны тулыһынса ләлә үҫтереү өсөн ҡулайлаштырҙыҡ, һуғанбаштар ултырттыҡ. Биш айҙан ашыу көн һайын сәскәләрем менән булышам, ниһайәт, ҡурҡҡан эшебеҙ килеп сыҡты. Юҡҡа ғына, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тимәй халыҡ мәҡәле лә. Бәхеткә күрә, ләләләр, үҙҙәренең матурлығын тирә-яҡҡа таратҡандай, көн һайын сәскәгә бөрөләнә. Түтәлдәр бушай барған һайын, күңелгә бер аҙ яманһыу ҙа. Шул тиклем был шөғөлгә бар күңелемде һалғанғамы икән, бер аҙ ҡыйыныраҡ та булып тора. Шулай уҡ ҡыш буйына петуния үҫентеләре ултырттыҡ, улар 400-ҙән ашыу, артабан эустома, ер еләге (клубника) үҫтереү ҙә планда бар. Уларҙың барыһын да һатыу өсөн ултыртабыҙ. Бар эште ғаиләбеҙ менән бергәләшеп башҡарабыҙ, туғандар ҙа ситтә ҡалмай, – ти Дилбәр Вәли ҡыҙы.


Бөгөн Хәйбулла эшҡыуарының күҙҙең яуын алыр төрлө төҫтәге ләлә сәскәләре республиканың күп ҡала һәм районында йәшәгән гүзәл заттарға байрам кәйефе бүләк итәсәк.


Фото: Дилбәр Рәхмәтованың шәхси архивынан.



Вернуться назад