Һуған ҡабығы сым-селәүсендән ҡотолорға ярҙам итә
Уны әле үк йыя башларға кәрәк. Картуфты әрәм иткән ҡорттан шулай уҡ дегет һәм ҡом ярҙамында арынып була, ти, уҡыусыларыбыҙ.
Яҙ әкренләп үҙ хакимлығын ала башланы. Тиҙҙән баҡсасылар өсөн күңелле лә, мәшәҡәтле лә осор башланасаҡ.
Баҡсасыларға, ауыл халҡына һарғылт төҫтәге был ҡорт яҡшы таныш. Иң ҙур зыянды башлыса картуфҡа килтерә, шулай уҡ башҡа төрлө тамыраҙыҡтарҙы ла йырғыслап, ашарға яраҡһыҙ итә.
Төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙ сым-селәүсендән (проволочник) ҡотолоу йәһәтенән бик шәп кәңәштәр биргәйне.
“Быйыл яҙын иптәшем бәрәңге ултыртканда һәр соҡорға йылға ҡомо менән буталған ҡайын дегете ҡатышмаһын һалған ине. Аллаға шөкөр, бәрәңгебеҙ таҙа булды”, - тип яҙҙы Миңзилә Хажимөхәмәтова.
"Картуф сәскәндә һәр ояға һуған ҡабығы һалып барыр кәрәк, ти торғайны бер оҫта баҡсасы инәй. Һуған ҡабығын ҡыш буйы йыйып бараһың инде”, - тигән кәңәш менән уртаҡлашты коллегабыҙ Рүзилә Иҫәнбаева.
Фото: www.agrofil.hu