Бегонияның 60 төрөн үҫтерә
Уларҙы хатта Ҡырғыҙстан, Амур өлкәләренән ҡайтартҡан. Хыялы – бегонияның төрҙәрен 100 –гә еткереү. Уңған хужабикә Татарстандың Күкмара районының Купка ауылында йәшәй.
Татарстандың Күкмара районының Купка ауылында йәшәгән Гүзәлиә Хафизованың тәҙрә төптәрендә 60 –дан ашыу төр бегония сәскәләре биҙәй.
Гүзәлиә ханым тәүҙә ярандар үҫтергән, аҙаҡ әсәһе кеүек бегониялар үрсетергә булған. Күптән бегонияны нескә гөл тип иҫәпләй, әммә ул бындай һүҙҙәр менән килешеп бөтмәй. “Көйөн тапһаң, көйһөҙ сәскә түгел ул”, - ти. Яратып үҫтерһәң, сәскәләре 4-5 айға тиклем тора икән. Һәр гөлдөң үҙ сере, үҙ хикмәте шул.
Гүзәлиә Хафизова әйтеүенсә, бегония үҫтерергә теләүселәргә билдәле бер ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Беренсенән, гөлгә теләһә ҡайһы ваҡытта һыу ҡойорға кәрәкмәй. Өс көнгә бер мәртәбә икешәр ағас ҡалаҡ һыу етә. Һыу йылымыс булырға тейеш. Башта ҡулы менән дымды самалай. Ни өсөн тигәндә, бегонияның төрлөһө бар. Ҡайһы берҙәре бик тиҙ сереп барыусан. Ҡыҫҡаһы, төбө ныҡ еүеш тә, ҡоро ла булмаһын.
Тәҙрә төбөнөң ҡояш төшкә ҡәҙәр ҡарағанын яраталар. Төштән һуң ҡояш нурҙары япраҡтарын көйҙәрә, шуға күрә хужабикәгә ундай тәҙрәләргә икешәр ҡат селтәр (тюль) элергә тура килә.
Ултыртҡан саҡта сауҙа нөктәһендә һатылған әҙер тупраҡ ҡатнашмаһына зәңгәр яҙыулы агробалт, агроперлит ҡуша. Яҡтылыҡ бер яҡтан ғына төшөп һәм кәкрәйеп үҫмәһен өсөн гөл һауыттарын әйләндергеләп тора. Бегонияны бәләкәй һауытҡа ултыртыу яҡшы, аҡрынлап ҙурына алмаштырып бараһың. Ул бер һауытта биш йыл үҫә ала. Сәскә атып бөткәс, остарын киҫеп, ҡарт ботаҡтарын яңыртып тораһың.
“Ауырымаймы икәндәр тип күҙәтеп кенә торам. Уларҙың сирен япраҡтарынан да күрергә мөмкин. Ҡыш көнө айына – ике, йәйгеһен аҙна һайын ашлама һибергә кәрәк. Шыршы менән ҡарағай ылыҫының араҡыла тотоп яһалған төнәтмәһенең дә файҙаһы ҙур.Бер ай тотоп, шуға һыу ҡушып һибәм. Кескенә бегониялар тамырланып, бер аҙ ваҡыт үткәс, «Агрикола» препараты менән ашлайым. «Здравень», «Фертика люкс» тигәндәрен дә ҡулланам. Сирҙәргә бирешмәһен тип, «Фитоспорин», «Фитоверм» һибеп торам. «Топаз», бет-талпандарға ҡаршы «Оберон рапид» препаратын кәңәш итәм”, - ти ул.
Әйткәндәй, бегонияларға күҙ тейеп тә барыусан. Улар яҡшы энергияны шунда уҡ һиҙә. Шуға күрә Гүзәлиә ханым ихлас күңелле кешеләргә генә гөл үҫентеләрен һөйөнә - һөйөнә бирә икән.
Ҡатынының гөл яратыуы, уны үҫтереүе ире Айратҡа ла күскән. Ул да хәҙер: “Ҡара, сәскә атҡандар!”- тип көн һайын ҡыуана.
Ышанаһығыҙмы, юҡмы үҙемдең дә бегония менән булған хәлде яҙып үтәйем әле. Бер ваҡыт бегония үҫтереү менән ҡыҙыҡһынып киттем. 60 төргә етмәһә лә алты төрө булғандыр. Гүзәлиә ханым кеүек һәр иртән тәҙрә төптәрендәге гөлдәремә барып улар менән һөйләшеп алам, тәрбиәләйем. Бер ваҡыт һап –һары ғына сәскә атҡан бегонияны ни өсөндөр тәҙрәнән алып бүлмәләге өҫтәлгә ултыртып ҡуйҙым. Матур бит, шау сәскәгә күмелгән. Шул көндә бер апай килде, кейемен һалмай ҙа сәскә атып ултырған гөлөмә яҡын килеп: “Ниндәй гөл ул, ҡалай матур” – тип һоҡландымы, белмәйем, әммә ул ишекте асып ҡайтыуы булды, гөлөм ҡап уртаға ярылып һынды ла ҡуйҙы. Аҙаҡ нисек кенә тәрбиәләп ҡараһам да, һары бегонияларым ҡороно, үрсеп китә алманы. Артабан берәмләп башҡалары ла юҡҡа сыҡты. Ошо хәлдән һуң гөлдәргә күҙ тейә, тигән һүҙгә ышанам. Ә һеҙ бегониялар үҫтерәһегеҙме? Фотоларығыҙ һәм уны үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: “Ватаным Татарстан”