Былар ҡыҙыҡлы19.06.2012
Ат — аҙыҡтың тәменә үтә һиҙгер мал. Ул үләнде лә бик һайлап ашай. Һыуҙың да өйрәнгәнен генә үҙ итә. Бер урында һыулап өйрәнгән аттың икенсе ерҙә эсмәүе лә мөмкин.

* * *
Тәбиғәте буйынса ат күрәш, йәғни ныҡ алыҫтан күрмәй. Шуға ла ҡайһы берҙәре юл ситендә ялпылдаған нәмәләрҙән өркөүсән була. Ғәҙәттә, атҡа бик һиҙгер ҡолағы һәм танауы ярҙамсы. Ҡараңғыла ышаныслы йөрөүе өсөн ул тояҡтарының һиҙгерлегенә “бурыслы”. Шуға буранда ла ат ҡаты юлдан тайпылмай.

* * *
Айғырҙарҙа туған өйөр, тыуған төйәк тойғоһо көслө була. Шуға күрә борон юлға сыҡҡан кеше мотлаҡ айғыр эйәрләгән. Юлда бер-бер хәл булһа йәки барып еткәс, атты кире ҡайтарырға кәрәкһә, уны үҙ иркенә ебәргәндәр. Йәйәүле ҡунаҡты ла айғыр менән оҙатҡандар. Ул да боролоп ҡайтыр булған.

* * *
Аттың йөрәгенең ауырлығы — 2,5 – 4,5 кг. Рекорд ауырлығы иһә 8 килограмға еткән. Тыныс ваҡытта 28 – 44 тапҡыр һуҡҡан пульс ауыр эш башҡарғанында 130-ға етә. Үпкәһе тыныс ваҡытта 40 литр һауа һыйҙыра, сапҡанда 2000 литрға тиклем киңәйә. Аттың ишетеү һәләте көслө, ә һаңғырау ат ҡолаҡтарын ҡайсыламай. Еҫ айырыу һәләте лә ныҡ үҫешкән: бейәләр үҙ ҡолондарын еҫенән таба, үҙҙәренең сбруйын да еҫкәп айыра. Шуға уларҙың эскән, одеколон һөрткән кешене яратмауы ғәжәп түгел.

* * *
Иң оҙаҡ йәшәгән ат Англияла теркәлгән. Билли ҡушаматлы бейә 62 йәшендә үлә. Ә иң ҙур ат 1802 йылда тыуған! Өлкән сағында ул 1358,5 кг тартҡан, оҙонлоғо 4 метр 82 сантиметрға еткән. Ә иң бәләкәй аттарҙы АҠШ-тың Көнбайыш Виргиния штатында үрсетәләр: уларҙың буйы 40 см ғына.

* * *
Күк (ап-аҡ) төҫтәге ат — тыуғас та бер нисә ай эсендә салланған мал ул. Тыуғанда уҡ ап-аҡ йөнлө булған ҡолондар — бик һирәк күренеш.

* * *
Аттарға исем ҡушыуҙың да үҙ йолаһы бар. Ғәҙәттә, ҡолондоң исеме атаһының исеменең баш хәрефенән башланырға тейеш. Ә һүҙҙең эсендә инәһенең исеменең дә баш хәрефе ҡушылыуы мотлаҡ. Мәҫәлән, Толпар Турыҡай менән Алмасыбарҙан килә.


Вернуться назад