Өй еләге быйылғы ҡышта икенсегә бешкән
15 ғинуарҙа уҡ "еләк бешеп килә" тип хәбәр иткәйне баҡсасы. Әле 23 февраль байрамына улар икенсегә өлгөргән...
Баймаҡ районынан Зөлфәт Йәнтүринде беләһегеҙҙер. Сәскәләр үҫтерергә яратҡан баҡсасы ул.
Әле ир-уҙаман ҡыш буйы тәҙрә төбөндә еләк үҫтереп сыҡты. 15 ғинуарҙа уҡ "еләк бешеп килә" тип фото һалып хәбәр иткәйне. Әле 23 февраль байрамына улар икенсегә өлгөргән дә инде.
Шулай уңған замандашыбыҙ баҡса еләген өй еләгенә әүерелдереп, ғаиләһен тәмлекәс менән һыйлай. Афарин!
Фото: https://vk.com/id595920299