Гөлдәрегеҙ гөрләп үҫеп китер25.02.2025
Гөлдәрегеҙ гөрләп үҫеп китер

Гөлдәрегеҙ гөрләп үҫеп китер

Йомортҡа ағы ла, сүпрә лә мөмкин. Еҫенә иғтибар итмәгеҙ, составы гөл-сәскәләрегеҙгә бермә-бер килешер. 

Ҡатнашманы әҙерләү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай, шул уҡ ваҡытта ябай ғына төнәтмә үлеп барған гөлдө лә терелтеп ебәрер.


Бер йомортҡа ағына 200 мл (бер стакан) йылы һыу ҡойоп, яҡшы итеп болғағандан һуң бер аҙна төнәтергә. Һуңынан был төнәтмәгә 2 литр һыу өҫтәп, гөлдәргә һибергә кәрәк. Еҫенә иғтибар итмәгеҙ, составы гөл-сәскәләрегеҙгә бермә-бер килешер.


Гөлдәр өсөн тағы бер файҙалы төнәтмә: 10 грамм ҡоро сүпрәгә 1 литр йылы һыу ҡойоп, бер нисә сәғәт ултыртып йылы урында тоторға. Гөл төбөнә сүпрәле төнәтмә һибеү һөҙөмтәһендә микроорганизмдарҙың әүҙемлеге көсәйә, азот һәм фосфор бүленеү һөҙөмтәһендә органик есемдәрҙең минералға әүерелеү процесы тиҙләтелә. Гөлгә бер процентлы сүпрә төнәтмәһе (үрҙәге нисбәт) һибеү бер миҙгеллек комплекслы ашлама индереүгә тиң.


Фото: mywishboard.com



Вернуться назад