Киң таралған тамыраҙыҡ19.06.2012
Киң таралған тамыраҙыҡКишер — илебеҙҙә киң таралған йәшелсә. Унһыҙ хужабикәләр өҫтәлде күҙ алдына ла килтермәйҙер: сей килеш салатҡа ла бара, бешкәне лә бик ярап ҡала.

Тамыраҙыҡтың тыуған яғы — Урта Азия һәм Европа. Әйткәндәй, һуңғыһында ул ғәҙәти ҡый үләне иҫәпләнә. Шуға ла кишерҙе баҡса утағанда йолҡоп ташлайҙар. Ике йыллыҡ үҫемлектең орлоғо был яҡта бик тиҙ тарала, ҡайҙа төшә, шунда шытып сыға. Кишерҙе сәсеп, утап, тәрбиәләп аҙапланмайҙар.
Культура булараҡ йәшелсә беҙҙең эраға тиклем 2000 йыл элек индерелгәне билдәле. Әҙәби сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр боронғо ботаник Феофрастың “Үҫемлектәрҙе тикшереү” тип аталған (беҙҙең эраға тиклем 372–287 йылдар) хеҙмәтендә әйтелә. Плиний Старший (23–79 йылдар) кишерҙе пастернак менән берләштереп, тәүгеһен “ялан пастернагы”, ти. Тик Диоскорид (I быуат) ҡына уны айырым йәшелсә культураһына индерә. Европала кишергә ныҡлап тик ХIV–ХV быуаттарҙа ғына деликатес булараҡ иғтибар итәләр. Унда ла күп осраҡта дарыу урынына ҡулланыла.
Киев Русе ваҡытында был тамыраҙыҡ бигерәк тә киң тарала. Хатта славян сығышлы кривичи халҡы кишерҙе мәйет эргәһенә һалып ҡалдырған. Әҙәмдәр “теге донъя”ла уның менән туҡланыр тип уйлағандар. ХVI быуатта Мәскәү тирәһендә кишерҙе махсус баҡсала үҫтергәндәр. Кишер һуты бик сихәтле һәм ҡиммәтле дарыу иҫәпләнгән. Новгород баҡсасылары уны махсус рәүештә батша өсөн үҫтергән.
Бөгөн кишер донъяның барлыҡ илендә лә (субтропик климатлыларҙан тыш) үҫтерелә. Элекке Союзға ҡараған илдәрҙә барлыҡ йәшелсәнең 10 процентын биләй. Унан каротин һәм һут алалар. Икеһе лә медицинала киң ҡулланыла. Кешенең ризығында булыуы мөһим. Тамыраҙыҡта 15 процент шәкәр, май, каротиноидтар (каротин, фитоен, фитофлуен, ликопин) В1, В2, В6, С, РР витаминдары, пантотен кислотаһы, эфир майы һәм башҡа элементтар бар. Улар кишерҙең уртаһына ҡарағанда ситендә күберәк.
Медицинала ҡулланыуға килгәндә, тамыраҙыҡ витаминдарға бай, тинек. Организмды нығытыу маҡсатынан тыш, ул ҡан тамырҙарын киңәйтеү, үт ҡыуҙырыу, сей яраларҙы бөтөрөү, ауырыуҙы тынысландырыу өсөн файҙаланыла. Орлоғонан “Уролесан” препараты яһайҙар. Был препарат киҫкен һәм хроник холециститты, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалағанда, йөрәк, күкрәк ауыртҡанда, һейҙек һәм үт ҡыуығынан ҡом, ваҡ таш ҡыуҙырғанда ҡулланыла. Каротин менән А витамины тире ауырыуҙарын, бешкән, эренле яраларҙы дауалағанда булышлыҡ итә.
Ҡыҫҡаһы, кишер өҫтәлдән өҙөлөргә тейеш түгел. Медицинала ла баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.


Вернуться назад