Ҡош-ҡортто ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡлау ысулы
Уның серен Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында йәшәгән һәүәҫкәр йырсы систе.
“Иртәгә һуйып, һыуытҡысҡа һалып ҡуйырбыҙ тип өйрәктәрҙе һарайға бикләп ҡуйғайныҡ, иртәнсәк сығыуыбыҙға дала төлкөһө – ҡарһаҡтың хаслығы булдымы - ниндәйҙер йәнлек тиҫтәләгән өйрәктең муйындарын һығып, ҡанын эсеп сығып киткән. Шунан бирле үҙебеҙ үҫтергән ҡош-ҡортто һаҡлау сараһын уйлап таптыҡ”, - ти Нурийән Ишҡолов.
Баҡтиһәң, йырсы һарайҙағы ҡош-ҡортҡа тәүлек әйләнәһенә йыр “тыңлата” икән. “Ҡысҡырып һөйләп торған радио тауышын ишетеп, йыртҡыс йәнлек унда кеше бар тип уйлай һәм кәртә-ҡура тирәһенә яҡын юламай”, - ти һәүәҫкәр.