Һарымһаҡты нисек һаҡларға?
Фәүзиә апай бына нимә кәңәш итә
Һарымһаҡты үҫтереү генә түгел, һаҡлауы ла бик мәшәҡәтле. Ишембай районынан Фәүзиә Насирова ғаиләһе менән күптәндән һарымһаҡ үҫтерә. Былтыр ғына уның алты төрлө сортын сәскән. Ҡайһы бер сорт һарымһаҡтың бер башы хатта 200 грамға еткән. Барлығы былтыр 700-750 килограмм һарымһаҡ һатҡан. Бер өлөшөн төрлө ысул менән үҙҙәренә һаҡлауға ҡуйған.
-Йоҡа тышлы аҡ һарымһаҡтарҙы һаҡлауға ҡалдырмай, йәшелсәләрҙе консервалағанда файҙаланыу отошло. Ә бына һаҡлау өсөн Башҡортостан өсөн ҡулайлаштырылған ҡаты тышлы сиренерәк төҫтәге һарымһаҡтарҙы ҡалдырыу дөрөҫ. Быйыл мин өс төрлө ысул менән һаҡлауға ҡуйҙым. Һыуытҡысҡа ҡуйғандары яйлап күгәрә башланы, айырым йәшниккә һалып сепрәк менән ҡапланғандары ла кибеп, яраҡһыҙға әйләнде. Ә бына түбәндәге ысул менән һаҡлағаны әле лә боҙолмай. Банканың төбөнә ҡоро горчица һалдым һәм һарымһаҡ менән тултырҙым, иң аҙаҡ тағы ла горчица һибеп ҡуйҙым, өҫтөн ҡара сепрәк менән ҡапланым, -тип һөйләне Фәүзиә апай.
Тәжрибәле баҡсасының кәңәштәре һеҙгә лә файҙаға булһын.
Фото: Фәүзиә Насырованыҡы.