Орхидеялар оҙаҡ сәскә атһын тиһәң...22.01.2025
Орхидеялар оҙаҡ сәскә атһын тиһәң...

Орхидеялар оҙаҡ сәскә атһын тиһәң...

Уларҙы һарымһаҡ һыуы менән менән ҡойондороу файҙалы икән. Уны нисек әҙерләргә һуң?

Орхидеяны тәрбиәләү еңел түгел. Үҙенә күрә көйһөҙ генә үҫемлек ул.


Ишембай районының Скворчиха ауылынан Сәлимә Герасименко уларҙы үҫтереүҙең серен белә. Шуға ла уның гөлдәре оҙаҡ итеп шау сәскәлә ултыра. Был гөлдө тәрбиәләү кәңәштәре күп хужабикәләргә файҙаға булыр.


– Бер баш һарымһаҡты таҙартам да, тырнаҡтарын йәнә уртаға бүлеп сығам. Биш литрлы биҙрәне алып, яртылаш һыу тултырып шунда һарымһаҡты бер тәүлек дауамында төнәтәм. Һуңынан гөлдө һауыты менән ошо биҙрә эсенә ҡуйып көрөшкә менән  шифалы һыуҙы уға ҡоям, япраҡтарын да йыуҙырам. Ай ярымға бер тапҡыр ошолай орхидеяларымды һарымһаҡлы һыу менән туйындырам. Ошо һарымһаҡлы һыу менән ҡойондора башлағас, улар оҙаҡ итеп шау сәскәлә ултыра башланы, – тип һөйләне Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.


Фото: Сәлимә Герасименконың шәхси архивынан.



Вернуться назад