Татлы борос һәм помидор сәсергә онотмағыҙ!
Ғинуар айында помидор һәм татлы борос орлоғон сәсеү өсөн иң уңышлы көндәр : 22, 23, 31. Тап ошо көндәрҙә ултыртып ҡалығыҙ.
Баҡсасылар өсөн йәнә мәшәҡәтле осор башлана. Үҫентеләрҙе өйҙә үҫтереүселәр помидор, баклажан, татлы боростоң бер өлөшөн иртәрәк ултырта ала. Шулай уҡ петуния орлоҡтарын да иртәрәк ултыртыу яҡшыраҡ. Йәй башында улар сәскәгә төрөнөп ултырасаҡ.
Ағымдағы йылдың ғинуарында помидор, татлы борос орлоғон сәсеү өсөн иң уңышлы көндәр: 22, 23, 31.
17-21, 27 ғинуар ултыртыу өсөн уңайлы көндәр һанала. Ә 28, 29, 30 ғинуарҙа бындай эштәр өсөн уңышһыҙ көндәр буласаҡ.
Быйыл 1, 4, 5, 10, 18, 19, 20 февраль орлоҡ сәсеү өсөн иң яҡшы көндәр һанала. 13-17, 23 һәм 24 -е шулай уҡ уңайлы көндәр буласаҡ.
2, 3, 11, 12, 25-28 февралдә орлоҡ сәсеү, үҫентеләрҙе күсереп ултыртыу кеүек эшләргә тотонмағыҙ, был көндәр уңышһыҙ һанала.
Мартта сәсеү өсөн иң уңышлы ваҡыт: 1, 4, 5, 8, 9, 18, 19, 27, 31 көндәре.
Яҙғы сәсеү эштәрен 2, 3, 10, 14, 28, 29 һәм 30 мартта башҡарыу ҡәтғи тыйыла.
Фото: agroteks.gexa.ru