Ирланд раузаларын үҙебеҙ үҫтерәйек
Ул бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы – 60-80 сантиметр. Бер төптән 25-30 сәскә сығыуы мөмкин. Орлоҡто махсус магазиндарҙа һатып алырға була.
Эустоманың, икенсе төрлө әйткәндә лизантустың, тыуған ере Америка йәки Мексика һанала. Ирланд раузалары тип йөрөтөлгән иҫ киткес нәфис сәскәгә ғашиҡ булмау мөмкин түгел. Уның төрлө төҫтәре бар: аҡ, ҡыҙыл, шәмәхә, алһыу...
Драже рәүешендәге әҙер орлоҡто махсус магазиндарҙа һатып алырға була. Хаҡы 110-300 һумға тиклем. Бер колбаға, ғәҙәттә, дүрт-биш орлоҡ һалалар. Сәсеү ваҡыты – декабрь аҙағы йәки ғинуар баштары. Тупраҡты әҙерләгәс, бәләкәс кенә дымлы таяҡса менән орлоҡто батырмай ғына төртөп сығалар. Орлоҡтар араһы – 15-20 сантиметр. Орлоҡ тышсаһы иреһен өсөн уға һыу бөркөп, һауытын үтә күренмәле шыптыр менән ҡаплап, лампа аҫтына ҡуяһың. Йыйылған дымды тәүлегенә бер сығарып алырға кәрәк. Үҫентеләр шытҡас, шыптырҙы алып ҡуйһаң да ярай. Тупраҡ ныҡ кибеп китмәһен өсөн уны пульвилизатор менән дымландырып ҡына тороу лазым.
Көндәр йылынғас, июнь аҙаҡтарында, үҫенте асыҡ грунтҡа күсереп ултыртыла. Ул үҫкән ерҙә үтәнән-үтә ел өрөп торорға тейеш түгел. Тымығыраҡ һәм ҡояшлы урын һайлағыҙ.