Яңы йыл байрамына йәшел һуғанығыҙ бармы?
Хәҙер ултыртһағыҙ - өлгөрәһегеҙ.
Һуғанды кемдер һыулы һауытҡа ултыртып үҫтерә. Бындай осраҡта һеҙ тиҙ генә йәшел һуғанлы буласаҡһығыҙ. Әммә был ысул менән үҫтерелгән һуған тиҙ серей, шуға уны тулыһынса һыуға һалырға ярамай.
Тупраҡта үҫтергәндә һуған баштарын бер -береһенә терәп ултыртығыҙ. Шулай уҡ һуғанды тупраҡта түгел, ә бысҡы валсығында үҫтерергә мөмкин. Бының өсөн ваҡ һуғандар, бысҡы валсығы һәм полиэтилен пакет кәрәк була. Ағас ҡалдығын ике сәғәт ҡайнар һыуҙа тотабыҙ. Аҙаҡ һығып алғас, уларҙы пакет төбөнә йәйәбеҙ. Бысҡы валсығы еүеш түгел, ә дымлы булырға тейеш.
Уның өҫтөнә һуғандарҙы ултыртып сығабыҙ.Тиҙерәк тишелеп сыҡһын өсөн остарын аҙыраҡ ҡырҡып алабыҙ. Пакет эсенә һауа өрөп, башын бәйләп ҡуябыҙ. Һуған һабаҡтары күренә башлағас, пакетты тишәбеҙ, ағас ҡалдығы кипкән һайын, дымландырып торорға кәрәк.
Әйткәндәй, ҡыш көнө йәшел һуғанды һеҙ нисек үҫтерәһегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: 7dach.ru