Гөлдәрегеҙгә “тере һыу” һибегеҙ13.12.2024
Гөлдәрегеҙгә “тере һыу” һибегеҙ

Гөлдәрегеҙгә “тере һыу” һибегеҙ

Был ысул үҫентеләргә көс бирә, тик "тере һыу"ҙы ҡайҙан алырға икәнен белегеҙ.

Ҡыш көнө гөл һәм үҫентеләрегеҙгә - ҡар, йәйен ямғыр һыуы һибегеҙ. Ҡар һыуы йомшағыраҡ, төрлө минералдарға бай. Тик ҡарҙы таҙа урындан алырға кәңәш ителә. Юл, сәнәғәт предприятиелары янынан алмағыҙ.


Йыйып алынған ҡарҙы өй температураһында иретеп, йылытығыҙ. Ҡар һыуы "тере" һыу һанала, орлоҡтарҙы уята, гөлдәрҙең иммунитетын нығыта, көс бирә. Ҡар һыуын һыулаған гөлдәрҙең сәскәләре лә сағыу була, оҙағыраҡ та ултыра.


Ҡышын гөлдәр йонсомаһын өсөн тағы ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?


Автор фотолары.



Вернуться назад