Орхидеяғыҙ сәскә атмаһа...
Уны һарымһаҡлы һыу менән туҡландырырға була.
Күптәрҙең тәҙрә төптәрендә орхидея сәскә атып хужабикәләрҙе ҡыуандыра. Уның матурлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр, етмәһә төрлө төҫтә булыуҙары менән дә күп сәскәләрҙән айырылып тора. Әммә, шуныһы күп осраҡта орхидея сәскәгә бөрөләнмәй. Гөл яратыусылар был осраҡта уға стресс эшләргә кәңәш итә. Тик был ысул ҡайһы осраҡта гөлдө бөтөнләй юҡҡа сығарыуы ла бар. Шуға күрә һеҙгә орхидеяғыҙҙы тәрбиәләү өсөн бер нисә кәңәш бирәбеҙ.
Орхидея сәскә атмаһа йәки "ауырыһа", бәшмәктәр барлыҡҡа килһә, гәрәбә кислотаһы менән һарымһаҡтан төнәтмә яһап һибергә кәрәк.