Ботаҡтар киҫеп алып ҡалығыҙ06.12.2024
Ботаҡтар киҫеп алып ҡалығыҙ

Ботаҡтар киҫеп алып ҡалығыҙ

Ҡар ҡатламының йоҡа булыуы үҫентеләргә зыян килтереүе ихтимал.

Декабрҙә йылы яратҡан ҡыуаҡтарға, сәскәләргә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Ҡар ҡатламы йоҡа, шуға ҡыуаҡтарға ҡар өйөгөҙ, уны бер аҙ баҫҡылағыҙ. Тағы ла тап ошо мәлдә ағастарға ҡуяндар һәм сысҡандар һөжүм итә башлай. Моғайын, уларҙы һаҡлау өсөн алдан сара күргәнһегеҙҙер.


Ҡаты һыуыҡтар еткәнгә тиклем, яҙғыһын прививкалар эшләү өсөн ботаҡтар әҙерләргә мөмкин. Улар оҙонлоғо 30 – 40 сантимтер самаһы булған йәйге ботаҡ булырға тейеш. Ҡалынлығы ҡәләм саҡлы булған ботаҡты һайларға кәрәк. Уларҙы секатор менән киҫеп, бергә бәйләп ҡарға күмеп ҡалдырырға ла була. Бөрөләре һәйбәт үҫешкәнен алығыҙ. Ҡарҙың ҡалынлығы 50 сантиметрҙан ашһа, был ботаҡтарға 30 – 40 градуслы һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Ошо алым менән ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын яҙғылыҡҡа әҙерләргә мөмкин.


Автор фотолары.



Вернуться назад