Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң...
Йәшел һуғанды йәй буйына баҡсанан өҙөп ашанығыҙ. Ә хәҙер тәҙрә төбөнән генә алып файҙаланырға мөмкин.
“Һуғанды тупраҡта түгел, бысҡы валсығында үҫтерәм. Бик уңайлы ла, бысрағы ла юҡ.
Бының өсөн ваҡ һуғандар, бысҡы валсығы һәм полиэтилен пакет кәрәк була. Ағас ҡалдығын ике сәғәт ҡайнар һыуҙа тотабыҙ. Аҙаҡ һығып алғас, уларҙы пакет төбөнә йәйәбеҙ. Бысҡы валсығы еүеш түгел, ә дымлы булырға тейеш.
Уның өҫтөнә һуғандарҙы ултыртып сығабыҙ. Тиҙерәк тишелеп сыҡһын өсөн остарын аҙыраҡ ҡырҡып алабыҙ. Пакет эсенә һауа өрөп, башын бәйләп ҡуябыҙ. Һуған һабаҡтары күренә башлағас, пакетты тишәбеҙ, ағас ҡалдығы кипкән һайын, дымландырып торорға кәрәк. Бысҡы валсығы урынына бәҙрәф ҡағыҙын ҡулланыусылар ҙа бар. Ә миңә был ысул оҡшаны (балсыҡ вағы), һеҙ ҙә шулай итеп һуған ултыртып ҡарағыҙ әле”, - ти Зилә Иҙрисова.
Әйткәндәй, ҡыш көнө йәшел һуғанды һеҙ нисек үҫтерәһегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: “Йорт. Баҡса.” төркөмөнән