Гөлгөнә Байегетованан ҡабаҡ һуты
Ҡабаҡ һуты тәмле генә түгел, файҙалы ла.
Баймаҡ районынан уңған ханымдарҙың береһе Гөлгөнә Байегетованың төрлө тәмле-тәмле бәлештәре, сәксәктәре һәм башҡа тәмлекәстәренең рецептарын даими рәүештә таныштырып барабыҙ. Был юлы ул беҙгә ҡабаҡтан һут эшләү рецебы менән уртаҡлаша.
"5 кг туралған таҙартылған ҡабаҡҡа 11 литр һалҡын һыу ҡойорға, ҡайнап сығып килгәндә 6 әфлисун турап ҡушырға, өсәүһен ҡабыҡһыҙ, өсәүһен ҡабығы менән ҡуша, ҡайнап сыҡҡас күбеген һөҙөп алырға кәрәк. Ҡабаҡ менән әфлисун йомшаҡ булып иҙелгәнсә бешерергә һәм һыуын икенсе кәстрүлгә иләк аша һөҙөп алырға кәрәк. Артабан кәстрүл төбөндә ҡалған массаны блендер менән иҙәбеҙ. Үҙегеҙгә ниндәй уңайлы шундай иләк аша массаны ҡалаҡ менән төйөп иҙеп сығарып һыуына һалырға, ут өҫтөнә ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Артабан 1 кг 200 грамм шәкәр ҡомо, 1-2 аш ҡалағы лимон кислотаһы ҡушып ҡайнатырға ҡуйырға, оҙаҡ ҡайнатыу кәрәкмәй. 10-15 минут та етә . Компотты ҡайнар килеш стерилләнгән банкаларға йәки шешәләргә тултырырға, 15 литр компот килеп сығырға тейеш ине, минеке 13 литр сыҡты, артыҡ оҙаҡ ҡайнатҡанғалыр, күрәһең" - тип яҙған Гөлгөнә Байегетова.
Быйыл ҡабаҡтар уңды, һеҙ ҙә оҫтабикә өйрәткәнсә эшләп ҡарағыҙ әле. Ҡыш көнө ҡабаҡ һуты бик тәмле һәм файҙалы булыр.
Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетова.