Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?27.10.2024
Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?

Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?

Ул ҡыш уртаһында уҡ кипмәһен, серемәһен тиһәгеҙ, ошо ябай кәңәштәр тик файҙаға булыр.

Һарымһаҡты һаҡлауҙың бер нисә төрө бар. Һәр баҡсасы уны үҙенсә башҡара, шулай ҙа кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ҙа ҡамасауламаҫ.



Һарымһаҡ ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты эмалле кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡапларға һәм аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға.


Һарымһаҡ он эсендә яҙға тиклем боҙолмай һаҡлана. Ул серемәһен, үҫмәһен өсөн төбөндәге ваҡ тамырҙарын яндырырға ла була.

Быяла банкала ла һарымһаҡ яҡшы һаҡлана. Банканы hабын менән йыуып, стерилләштерегеҙ. Һарымһаҡтарҙы йәки уның бүлкәттәрен айырып банкаға тултырығыҙ һәм капрон ҡапҡас менән ябып ҡуйығыҙ.


Һарымһаҡты һыуытҡыста тотоп та була. Уны ҡағыҙ пакетҡа, ҡатырға тартмаға тултырып йәки йәшелсәләр һаҡлай торған пластик контейнерға hалып ҡуйырға мөмкин. 


Һарымһаҡты таш тоҙ эсендә һаҡлау ысулы ла бар. Быяла банканы стерилләштерегеҙ һәм төбөнә таш тоҙ һалығыҙ, һарымһаҡты йәки уның бүлкәттәрен айырып тултырығыҙ. Шулай итеп тоҙ менән аралаштырып, ҡатламлап банканы тултырығыҙ.


Һарымһаҡ ағас бысҡандан ҡалған онтаҡта йәки ағас көлөндә лә яҡшы һаҡлана. Ҡатырға тартмаға ҡатламлап һарымһаҡ һәм ағас онтағы (опилка) тултырығыҙ. Аҫҡы һәм өҫкө ҡатлам ағас онтағы булһын. Ылыҫлы ағас онтағы яҡшыраҡ. 


Ә һеҙ, нисек һаҡлайһығыҙ һарымһаҡты? Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең серҙәрегеҙ менән уртаҡлашып та китһәгеҙ ине.


Фото: floristics.info



Вернуться назад