142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!
Виктория биш йыл элек ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ баҡсасылыҡ эшенә тотонған.
Күрше республикала баҡсасы 142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән.
Виктория Фесай биш йыл элек ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ баҡсасылыҡ эшенә тотонған. Ул еләк-емеш, йәшелсә, сәскәләр үҫтерә.
Быйыл ул 142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтереп алған, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары. Хәтәр бит, әй! Тик нимә эшләтәһең инде шундай ҙур ҡабаҡты?!
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар".