Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек21.10.2024
Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек

Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек

Кушнаренко районынан Зилә Иҙрисова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Уңған хужабикә, аш-һыу оҫтаһы, шәп баҡсасы Кушнаренко районынан Зилә Иҙрисова даими рәүештә үҙенең сәхифәһендә төрлө рецепттр, көнкүрештә кәрәкле кәңәштәр, файҙалы тәжрибәһе менән уртаҡлашып тора.


Был юлы ул киләһе яҙға орлоҡ әҙерләүе тураһында яҙа.


- Бөгөн үҙем үҫтергән томаттарҙан орлоҡ әҙерләү менән шөғөлләндем. Орлоҡтар өсөн өлгөргән, сәләмәт помидорҙар алам, бер аҙ ваҡыт өлгөрөргә бирәм. Һуңынан помидорҙы киҫеп, орлоҡтарҙы һауытҡа йыйып алам. Орлоҡһоҙ томатты бер ҡайҙа ла ташламайым, контейнерҙа туңдырғысҡа ҡуям, артабан төрлө ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланам. Һутҡа ла һалырға мөмкин. Ғәҙәттә йыйылған орлоҡтарҙы һыуҙа сайып киптерә инем. Әммә быйыл башҡаса эш иттем. Интернетта бер блогерҙа, орлоҡтарҙы 9%-лы уксус менән йыуыу ысулын күрҙем. Бер аҙ уксуста, бер-ике ҡалаҡ етә, 2-3 сәғәткә ҡалдырам. Һуңынан аҡҡан һыуҙа яҡшылап сайып, пластик өҫтөнә (контейнерҙан ҡапҡас) йәйҙем. Элек ҡағыҙҙа киптерә инем, улай йәбешә. Уксус патоген ауырыуҙарҙан зарарһыҙландырыу өсөн ҡулланыла һәм орлоҡтарҙы лайланан айырырға ярҙам итә. Үткән йылдарҙа бер нәмә лә ҡулланмаһам да, бик яҡшы үҫте. Яңы тәжрибәне киләһе йыл баһалайбыҙ инде, - тип бүлешә Зилә апай.


Фото: Зилә Иҙрисова



Вернуться назад