Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ!16.10.2024
Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ!

Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ!

Соусты помидорҙан ғына эшләйҙәр икән тиһегеҙме, баҡтиһәң ҡабаҡтан да эшләйҙәр икән.

Ә хәҙер ҡабаҡтан (кабачки) соус эшләйбеҙ,  бик тәмле килеп сыға.
Күптәр соусты помидорҙан эшләйҙәр икән тип уйлайҙыр, баҡтиһәң ҡабаҡтан (кабачки) эшләйҙәр икән.
Кәрәк була:
3 кг ҡабаҡ таҙартылған
1 кг һуған;
3 аш ҡалағы тоҙ;
1стакан шәкәр;
1 сәй ҡалағы ҡыҙыл борос;
450-500 гр томат пастаһы.
3 аш ҡалағы уксус

Ҡабаҡты эре -торо турайбыҙ, һуғанды ла ярым түңәрәк итеп тураклайбыҙ, шәкәрҙе, тоҙҙо һалып матур итеп тороп болғатабыҙҙа бер 30-40 минут һуты сыҡҡансы ултыртып торабыҙ.
Артабан утҡа ултыртабыҙ, ҡайнап сыҡҡас 30 минут талғын утта бешерабеҙ.
Артабан блендер менән ныҡ итеп иҙеп сығабыҙ ҙа, боросто, пастаны һалып болғағас, йәнә 10 минут утҡа ултыртабыҙ.
Иң аҙаҡтан уксусты һалып тағы ла 5 минут утта тотабыҙ ҙа, алдан стерилланған банкаларга тултырып, ҡапҡас менән бороп нығытабыҙ һәм уратып ултыртып ҡуябыҙ.
Бик тәмле һәм сифатлы соус килеп сыға.
Шулай уҡ соусҡа паприка, прованс үләндәре, үҙегеҙгә ниндәй тәмләткестәр оҡшай шуны һалырға була.


Фото һәм сығанаҡ: "Уңғанбикәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы төркөмөнән



Вернуться назад