Бал шәкәрләнһә...14.10.2024
Бал шәкәрләнһә...

Бал шәкәрләнһә...

Халыҡ араһында ялған бал һатыусылар осрап тора. Нисек алданмаҫҡа, ысын бал ниндәй була? 

Республиканың һәр район һәм ҡалаларында ауыл хужалығы йәрминкәләренең гөрләгән мәле: баҙарҙа ниндәй генә төрлө татлы ризыҡ һатылмай! Йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, сәскә балы тиһеңме, солоҡтоҡомо... Шулай ҙа ялған бал һатыусылар ҙа осрап ҡуя.


Берәүҙәр - яҡшы, ысын бал шыйыҡ булырға, икенселәр кристаллашырға, беҙҙеңсә, шәкәрләнергә тейеш тип уйлай. Өсөнсөләр бал аҡ төҫтә булмай, ул шәкәр ҡушҡанға ағара тиһә, бәғзеләр ундайҙы иң яҡшы дауа, ти. Ысын балды нисек һайларға һуң?



Яҡшы сифатлы балдың төп билдәһе - ауыҙ ҡамашыуы, тамаҡ төбөндә оҙаҡҡа ҡалған тәм һәм, бал ҡапҡас, тиҙерәк һыу эске килеү тойғоһо. Әгәр банканың төбөнә ултыра икән, был - насар бал. Яңыһы йәй аҙағында - көҙ башында шыйыҡ була.
 
Йүкә балы - асыҡ һары төҫтә, көслө үҙенсәлекле еҫле. Шәкәрләнгәндә алтынһыу аҡһыл төҫкә инә.




Аҡ акация балы - төҫһөҙ, һыу шикелле үтә күренмәле. Әкрен шәкәрләнә, оҙаҡ ваҡыт шыйыҡ ҡала. Шәкәрләнгәндә ҡар кеүек ап-аҡ була.


Ҡарабойҙай балы - ҡыҙғылт-ҡараңғы төҫтә, үҙенсәлекле тәмле, шәкәрләнгәндә бутҡа кеүек массаға әүерелә.


Бәпембә балы - шыйыҡ килеш алтынһыу төҫтә, ләкин бик тиҙ шәкәрләнә.
 
Балды ағас һауытта һаҡларға кәңәш итәләр. Уны 37 градустан артыҡ йылытырға ярамай, артыҡ эҫелектән ферментатив сифатын юғалта, тәме, төҫө һәм еҫе юғала.
 
Әгәр бал һайлағанда ниндәйҙер шик тыуһа, уны бер аш ҡалағы алып, бер стакан һыуға һалып болғатығыҙ. Тулыһынса иреп бөтөргә тейеш. Стакан төбөндә ниндәйҙер ҡалдыҡ барлыҡҡа килһә, балдың ысын түгеллеген аңлата. Шулай уҡ хаҡы үтә арзан булһа ла, шикләнергә урын бар. Балды тәмләгәндә, әскелтем булырға тейеш. Әгәр кәнфит (карамель) тәме килһә, тимәк, уны иреткәндәр.
 
Иң яҡшыһы: шифалы балды үҙегеҙҙең яҡшы белгән ҡортсоларҙан һатып алығыҙ.
 
Автор фотолары.
 






Вернуться назад