Картуфтың уңышы насар булды, серей05.10.2024
Картуфтың уңышы насар булды, серей

Картуфтың уңышы насар булды, серей

Фитофтороз арҡаһында картуф орлоғон алмаштырырға кәрәк буласаҡ, ти белгес. Ниндәй сорттарға өҫтөнлөк бирергә?   

Быйылғы һауа торошо тотош ил буйынса катуфтың уңышына насар йоғонто яһаны. Фитофтороз ауырыуы ике көн эсендә тотош Рәсәй буйынса ысыҡ рәүешендә төшөп, помидорҙарҙы ла, картуфты ла бөтөрҙө. Эре бүлбеләрҙең сереүенә, уңыштың насарлығына зарлана республика халҡы. Был йәһәттән белгес кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.


Илдар МӘРҘӘНШИН, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының картуф орлоғо селекцияһы лабораторияһы етәксеһе:


- Әлбиттә, быйыл ямғырҙар арҡаһында уңыштың бер өлөшөн юғалттыҡ. Дым арҡаһында картуф бүлбеләре серене, ауырыуҙар үтеп инде. Фитофтороз – көслө ауырыу. Бер-ике көн эсендә тотош төбәктәр уңышһыҙ тороп ҡалды. Иң ҡурҡынысы – ҡаҙып алғандан һуң да картуф сереүен дауам итәсәк. Был хәлдән сығыу юлы бер – тулыһынса картуф орлоҡтарын алмаштырырға кәрәк буласаҡ. Орлоҡ һайлағанда үҙебеҙҙең ерлектә сығарылған сорттарға иғтибар итергә саҡырам. Әлбиттә, сит илдән килтерелгән орлоҡ һәйбәт: картуф эре, уңышлы, күп була. Әммә быйылғы һымаҡ хәл килеп сыҡҡан осраҡта сит илдән индерелгән картуф үҙен насар яҡтан күрһәтә. Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ул яраҡлашмаған.


Быйыл Башҡортостанда һауа торошо тропик илдәрҙәге кеүек булды. Июнь ҡоро килде, ә июлдең беренсе декадаһында 177 миллиметр ямғыр яуҙы. Норма буйынса яуым-төшөм ни бары 45 миллиметр булырға тейеш. Августың беренсе декадаһында был күрһәткес 130 миллиметрға барып етте. Ҡояштың булмауы, дымлы һауа торошо арҡаһында ультрафиолет нурҙары үтмәү фитофтороздың шашыуына килтерҙе. Һөҙөмтәлә помидор ҙа, картуф та зыян күрҙе.
Сорттарға килгәндә, “удача”, “мираж”, “невский”, “гулливер” кеүек генетик яҡтан фитофторозға бирешмәй торғандарын алырға кәңәш итәм. Беҙҙең институт иһә “башкирский” тигән сорт тәҡдим итә. Уның үҙенсәлеге шунда – фитофтороз япраҡта тороп ҡала. Картуфтың һабағына һәм бүлбеләренә үтеп инмәй.


Ә һеҙҙең баҡсала уңыш нисек булды? Фотолар менән уртаҡлашып, үҙ фекерегеҙҙе яҙһағыҙ ине!



Вернуться назад