Баҡсанан аҙ уңыш алғанда нимә эшләргә?03.10.2024
Баҡсанан аҙ уңыш алғанда нимә эшләргә?

Баҡсанан аҙ уңыш алғанда нимә эшләргә?

Балан, энәлек, мышар, гөлйемеш, һырғанаҡ, миләш йыйырға ваҡыт бар әле.

Әбейҙәр сыуағы баҡса эштәрен тамамлап ҡуйырға мөмкинлек бирә. Ҡар яуғансы ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә була. Тәжрибәле баҡсасылар ағас олондары тирәһен ҡаҙып, һәйбәт итеп һыу һибергә кәңәш итә. Был ағасҡа сатлама һыуыҡтарҙы һәйбәт үткәрергә ярҙам итә. Олондан 10 сантиметр ара ҡалдырып, мульча йәйергә кәрәк. Тик был ысулды ҡулланғанда, сысҡандарҙан һәм башҡа кимереүселәрҙән олондо һаҡларға онотмағыҙ. Ҡороған ботаҡтарҙы киҫеп алырға мәл етте.


“Тап ошо мәлдә “хаталар өҫтөндә эш” үткәрәм. Ҡайһы сорт үҙен нисек күрһәтте, ниндәй уңыш бирҙе? Ниндәй хатам мул уңыш алырға мөмкинлек бирмәне? Ҡайһы ҡыуаҡ йә ағас менән хушлашырға кәрәк? Ошо һорауҙарға яуап биреп, баҡсағыҙҙы аҙ уңыш биргән үҫентеләрҙән таҙалағыҙ”, - тип кәңәш бирә оҫта баҡсасы Тәнзилә Ғарипова.


Октябрҙә көндәр һыуыта башлағас, еләклектәрҙе, виноградты ябырға кәрәк. Тик барлыҡ эштәрҙе лә ямғырҙарҙан алда атҡарып ҡуйығыҙ, сөнки ямғыр эләкһә, олондар боҙолоп китеүе ихтимал. Ҡоро япраҡ, бәрхәт гөлдәре, әрем, бөтнөк, һуған һәм һарымһаҡ ҡабығын аралаштырып һалһағыҙ, кимереүселәр килмәҫ.


Әҙер түтәлдәргә сидераттар сәсергә ваҡыт: арыш, гәрсис, һоло бының өсөн иң ҡулайлы культуралар. Әле кишер, һуған, укроп, салаттар, сөгөлдөр сәсеп ҡалдырһаң, яҙғылыҡҡа эш аҙыраҡ ҡала!


Беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан сәскәләр йоҡоға тала башлаһа, йылы яҡтан килгәндәре шау сәскәгә күмелә. Хризантема, георгин, гортензия, рудбекия, бәрхәт гөлдәре ҡырау төшкәнсе күҙҙең яуын алып ултыра. Шулай ҙа уларҙы ҡышҡа әҙерләргә кәрәк. Һуғанлы сәскәләрҙе күсереп ултыртығыҙ. Улар һарымһаҡ менән бер ваҡытта сәселә.


Тәүге ҡаты ҡырауҙан һуң георгиндарҙы ҡаҙып алырға ваҡыт. Тышта һыуытһа, раузаларҙы тәрбиәләп ҡуйығыҙ. Рауза ҡыуаҡтарын киҫергә, үрмәләп үҫкәндәрен төшөрөп, таҡталар менән ябырға кәрәк. Клематистарҙы киҫергә, ә бына гортензияларҙы ергә эйеп, таҡта һәм махсус материал менән ябырға кәрәк.


Һеҙҙең баҡса ҡышҡа әҙерме? Тағы ниндәй кәңәштәрегеҙ йә һорауҙарығыҙ бар?


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.



Вернуться назад