Ағыулы гөл баланы һәләк итеүе бар24.09.2024
Ағыулы гөл баланы һәләк итеүе бар

Ағыулы гөл баланы һәләк итеүе бар

Өйҙә бөтә гөлдәрҙе лә үҫтерергә мөмкин, әммә һаҡ булыу ҡамасауламай...

Сәскә-гөл яратҡан хужабикәләр белә: гөлдәрҙең ағыулылары ла була. Уларҙы өйҙә тотҡанда бесәй, эт, бала-сағаның зыян күреүе ихтимал. 


Мәҫәлән, монстера, алоказия, диффенбахия, спатифиллум (ҡатын-ҡыҙ бәхете), фикус, цикламен, филодендрон, молочай, пахиподиум, адениум, глориоза, примуланың һуты ағыулы. Эт-бесәй берәйһен сәйнәп бәләгә тарыуы, сабый япрағын өҙөп алып бармаҡтарын яндырыуы бар.

Шуға күрә уларҙы юғары кәштәләрҙә тотоу яҡшыраҡ. Йоҡо бүлмәһендә лә еҫле, "ауыр" гөлдәрҙе үҫтермәҫкә тырышыр кәрәк. Күптәр орхидеяны ярата, әммә ул бына тап шундайҙарҙан инде.


Автор фотоһы.



Вернуться назад