Сулпандың сәскәләрен үҙебеҙ барып күрҙек16.09.2024
Сулпандың сәскәләрен үҙебеҙ барып күрҙек

Сулпандың сәскәләрен үҙебеҙ барып күрҙек

Уңған баҡсасы сәскә үҫтерергә яратыусыларға кәңәштәрен дә бирҙе. 

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Сулпан Ғайсинаның иҫ киткес матур баҡсаһы, гөл-сәскәләре тураһында сайтыбыҙҙа яҙып, ул үҙе төшөргән матур видеояҙма менән уртаҡлашҡайныҡ. Әлеге яҙма уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, күптәр бындай матурлыҡты нисек булдырыу, тәрбиәләү серҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Хатта: “Бер үҙе генә баға алмайҙыр, баҡсасы тоталыр был ханым”, тип комментарий яҙыусылар ҙа булды. Илеш тарафтарына командировкаға барғанда Сулпандың баҡсаһын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә, уның менән әңгәмә ҡорорға насип булды.


Был баҡсаны ул үҙ ҡулдары менән булдырған, йәғни бер ниндәй ярҙамсы ла, баҡсасы ла тотмай, ҡай берәүҙәр уйлағанса, ландшафт буйынса дизайнер ҙа ялламай.


– Сәскәләр менән ныҡлап шөғөлләнеүемә 3 йыл ғына әле. Үҙаллы һынап, хаталарымда өйрәнәм, – тип йылмая Сулпан. Ишек алдын, тротуар буйҙарын ап-аҡ болот ише күпереп сәскә атҡан алиссум, гортензия, төрлө төҫтәге раузалар, клематис, петуния һәм башҡа сәскәләр биҙәй.


Участканың дөйөм майҙаны – 17 сутый. Ошонда уҡ Сулпандың үҙ ҡулдары менән яһаған фонтаны ла сылтырап ағып тора. Семәрле таяуҙар, йәтеш кенә ағас күпер, төрлө архитектур биҙәү элементтары һоҡланыу уята. Ә кисен баҡсаны гирляндалар йәмләй. Тағы ла бер яңылыҡты белеп ғәжәпләндек: тротуар плиткаларын да Сулпан үҙе эшләй икән. Декоратив түмәр (ағас төптәре) кеүек эшләгән плиткалар бик матур, зауыҡлы күренә.


“Интернеттан барыһына ла өйрәнергә мөмкин, теләк кенә булһын. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит”, – ти уңған хужабикә. Шулай ҙа үҙендәге был һәләттәрҙең ҡартатаһынан (үҙе әйткәнсә – дәүәтиһенән) булыуын әйтеп ҡуйҙы. “Ул шулай һәр эшкә ҙур тәүәккәллек менән тотонор ине. Бик оҫта, маһир кеше булды”, – ти уның хаҡында Сулпан.


Ике улы, ҡыҙы – ҙур ярҙамсылары. Ә тормош юлдашы Айҙар – алыҫ араға йөк ташыусы водитель. “Ул – беҙҙең ғаиләнең төп туйындырыусыһы. Эше ауыр, 2-3 айлап юлда йөрөүе ихтимал, шуға күрә хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙе үҙ ҡулдарым менән башҡарып өйрәнгәнмен”, - ти уңған ҡатын.


Сулпан матур хыялдар, ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Киләсәктә үҙен тулыһынса сәскәселеккә арнарға, ошо шөғөлөн табышлы итергә теләй, шуға күрә сәскә үҫентеләре һатыу эшенә тотонған.


Уңған баҡсасы сәскә үҫтереүгә ҡағылышлы ҡайһы бер кәңәштәре менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта күптәрҙең баҡсаһында ныҡлап урын алған гортензиялар лимон кислотаһы ҡушылған ашламаны ярата икән. 10 литр һыуға 1 ҡалаҡ лимон кислотаһы ҡушып болғарға. Клематистарға калий монофосфаты килешә, уны ике аҙнаға, айына бер тапҡыр һибеп торорға кәрәк. Шулай уҡ улар нишатыр спирты, көл ҡушып эшләнгән ашламаларҙы үҙ итә. Тағы ла бер кәңәш: ниндәй ҙә булһа ашлама индерер алдынан сәскәләргә мотлаҡ һыу һибергә кәрәк, йәғни ҡоро ергә, ҡоро үҫентегә ашлама һибергә ярамай. 


Илештең уңған ҡыҙына уңыштар теләп, ҡулыңдың ҡото китмәһен, һәр саҡ шулай матурлыҡ тыуҙырып, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшә, тигән изге теләктәребеҙҙе еткереп һаубуллаштыҡ. 


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 


Автор видеоһы. 



Вернуться назад