Әбйәлилдәрҙең ҡабаҡтары уңған!
Ҡайһыларҙың ҡабаҡтары бидон ҙурлыҡ булһа, икенселәре бер трактор йөгө йыйып алған.
Баҡсасылар көҙгө уңыштың һуңғы йәшелсәләрен йыя. Быйыл бигерәк тә ҡабаҡ, ашҡабаҡ ныҡ уңған. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙарҙың да файҙаһы теймәй ҡалмағандыр, күрәһең.
Әбйәлил районы хужабикәләре баҡсаларында тәгәрәшеп өлгөргән ҡабаҡтарын йыйып, улар менән фотоға төшөп тә өлгөргән. Мәҫәлән, Ишҡол ауылынан Зәлифә Мулләхмәтова үҙе үҫтергән ҡабаҡты 40 литрлыҡ бидон янына ҡуйып, сағыштырып күрһәтһә, Ҡырҙас ауылындағы оҫта баҡсасыларҙың береһе Фәриҙә Сәлимйәнова бер трактор йөгө ҡабаҡ йыйып алған.
Ә һеҙҙең яҡта ҡабаҡтар өлгөрҙөмө? Йыйып алдығыҙмы әле? Фотоһүрәттәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: Фәриҙә Сәлимйәнова менән Зәлифә Мәлләхмәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәләренән