Йылытманы ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ваҡыт
Икенсе йыл мул уңыш алыу өсөн теплицағыҙҙы бөгөндән ҡарағыҙ.
Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йылытмаһыҙ мул уңыш алып булмай. Ә бына уның уңайлығы хужаларға үҫентеләр артынан ҡарауҙы еңелләштерә, һыу ҡойоу ҙа рәхәт була.
Әле баҡсасылар һуңғы уңышын барлай, йылытмаларҙы ла бушата башланы. Тап ошо мәлдә киләһе йылға әҙерләнергә лә ваҡыт. Йылытманы йыуып, ҡоротҡостарҙан эшкәртергә, ер өҫтәргә була. Шулай уҡ уны уңайлы итеү өсөн дә төҙөкләнер мәл етте.
Йылытманы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү саралары: ерҙе тырматырға, кәрәк икән, яңыһын өҫтәргә. Кер һабыны һәм белизна ҡушылған һыу менән стеналарҙы йыуып төшөрөргә кәрәк. Һуңынан таҙа һыу менән һәйбәт итеп сайҡатырға кәрәк. Иң һуңынан махсус төтәтмә тоҡандырып, эшкәртергә. Шул ваҡытта тишектәр араһына йәшеренгән ҡоротҡостар юҡҡа сығасаҡ. Ҡоротҡостарҙан һәм фитофтороздан да махсус дарыуҙар һиптереү зыян итмәҫ.
Һеҙҙең йылытмағыҙ ниндәй? Уңышы мул булдымы быйыл?
Фотолар “Баҡса. Рецепттар” журналы сайтынан алынды.