Салауат районында гигант ҡыяр үҫтергәндәр18.09.2024
Салауат районында гигант ҡыяр үҫтергәндәр

Салауат районында гигант ҡыяр үҫтергәндәр

Гиннестың Рекордтар китабына ла инмәҫ тимә...

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән Ғәлиә һәм Ринат Вәлинуровтар баҡсаһында гигант ҡыяр үҫкән. Теплицалағы ҡыярҙың оҙонлоғо - 67 сантиметр. Сағыштырыу өсөн: тәүҙә үлсәгәндә 63 сантиметр булған, аҙаҡ тағы ла үҫеп киткән.

Польшала Себастьян Суски (әле Бөйөк Британияла йәшәй) 113,4 сантиметр оҙонлоҡтағы ҡыяр үҫтергән һәм уның уңышы Гиннестың Рекордтар китабына индерелгән.  Тимәк, тиҙҙән Башҡортостанда үҫтерелгән ҡыярҙар ҙа Гиннестың Рекордтар китабына инмәҫ тимә әле!


Ә һеҙҙең баҡсағыҙҙа быйыл ҡыяр уңдымы?


Фото һәм сығанаҡ: "Салауат ерендә" гәзитенән.



Вернуться назад