Икенсе көн рәттән ҡырау төштө18.09.2024
Икенсе көн рәттән ҡырау төштө

Икенсе көн рәттән ҡырау төштө

Төндә хатта һыу туңған...

Ямғырлы йәйҙән һуң ҡояшлы сентябргә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ниһайәт, ауыл халҡы рәхәтләнеп мал аҙығы, бесән әҙерләй. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, ти халыҡ. Быйыл иһә көҙҙөң бер көнө ҡышты туйҙыра, тип әйтәбеҙ инде.


Әйткәндәй, Белорет, Әбйәлил районындарында тәүге ҡырау 17 сентябрҙә төштө. Һуң булһа ла берәгәй - ҡар яуғандай ер өҫтө ағарып ятты. Бөгөн иһә тышта биҙрәләге һыуҙың өҫтө туңған.


Халыҡ һынамыштары буйынса, ҡырауҙан һуң көндәр аяҙыта. Тимәк, ауыл халҡына, баҡсасыларға ер эштәрен тамамлау өсөн уңайлы көндәр дауам итә. Әммә һуҙылырға ла ярамай.


Рәмилә Мусина фотолары.



Вернуться назад