Яран гөлөн ҡырҡтығыҙмы әле?
Ҡырҡыр алдынан бер –ике көн яранға һыу һипмәй торорға кәрәк. Ҡырҡҡандан һуң, ул тупраҡтағы дымды тиҙ генә парға әйләндерә алмаясаҡ.
Тик йәш ботаҡтар ғына сәскәгә атыуын иҫтә тотоп, ярандарҙы йыл да йәшәртеп торорға кәрәк. Бының өсөн ҡартайған, оҙон булып үҫкән тармаҡтарҙы ҡырҡып, гөлдө формалаштыралар.
Был эште көҙ көнө, гөлдәр сәскә атып бөткәндән һуң башҡаралар. Дөрөҫ, яҙға ла ҡалдырырға мөмкин, әммә оҙон булып үҫкән гөлдө көҙ көнө ҡырҡыу күпкә яҡшыраҡ. Ҡараңғы көҙ көнө, һаран ҡояшлы ҡышта оҙон һабаҡтарға яҡтылыҡ етмәйәсәк, был һабаҡтар тамырҙарының көсөн генә аласаҡ.
Ҡырҡыр алдынан бер –ике көн яранға һыу һипмәй торорға кәрәк. Ҡырҡҡандан һуң, ул тупраҡтағы дымды тиҙ генә парға әйләндерә алмаясаҡ. Яран гөлөнөң тамырҙары артыҡ дымды яратмай.
Гөлдө ҡырҡыуҙы һары япраҡтарын, ҡороған сәскә һабаҡтарын өҙөүҙән башлағыҙ. Артабан ҡыуаҡтың уртаһына табан үҫкән, үҫемлекте тығыҙлап торған һабаҡтарҙы юҡ итәләр. Гөл ҡыуағы артыҡ ҡуйы булырға тейеш түгел.
Үткер һәм таҙа бысаҡ менән йәки ҡайсы менән һәр һабаҡты төптән 10 см самаһы ҡалдырып ҡыҫҡарталар. Япраҡтың өҫтөнән үк тип әйтерлек ҡырҡырға кәрәк. Япраҡтан һуң һабаҡты оҙон итеп ҡалдырһаң, ул ҡороп, гөлдө йәмһеҙләп торасаҡ.
Тирә- яҡҡа йәш ботаҡтар сығарған булһа, уларҙың остарын семтеп алып, үҫеүен туҡтатырға кәрәк.
Ҡырҡылған урынға зеленка йәки утын көлө һибеп ҡуйығыҙ.
Ярандарығыҙ йәй көнө баҡсала үҫкән булһа, ҡырыу һуҡҡансы уларҙы гөл һауыттарына күсереп верандаға алып инергә кәрәк. Шунда уҡ йылыға алып индерһәгеҙ, улар стресс кисерәсәк. Бер –ике көндән генә өйгә алып индерегеҙ.
Баҡсала үҫкән ярандарҙы ла ҡышҡа ингәнсә ҡырҡалар. Өйҙә үҫкәндәренән айырмалы рәүештә, был осраҡта һабаҡтарҙы яртылаш ҡыҫҡарталар.
Ә һеҙ ярандар үҫтереһегеҙме? Уларҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: “Ауыл ҡатыны” төркөмөнән