Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һуты әҙерләп ҡуяйыҡ!
Файҙалы ла, тәмле лә.
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һуты әҙерләп ҡуйырға мөмкин.
Бының өсөн кәрәк була:
2 кг таҙартылған ҡабаҡ, 200 г шәкәр, ике ҙур әфлисундың һуты, 0,5 балғалаҡ лимон кислотаһы, ике лимон.
Аҙыҡ-түлек яҡынса алынды, уны үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай әҙәйтергә йә өҫтәргә була. Ҡабаҡты тышынан һәм эсенән таҙартып киҫәктәргә телгеләп кәстрүлгә һалабыҙ. Өҫтө ҡапланғансы һыу ҡоябыҙ. Талғын утта ҡабаҡ бешеп сыҡҡансы тотабыҙ. Артабан ҡабаҡты блендер менән иҙәбеҙ. Әфлисун һутын, шәкәр, лимон кислотаһын ҡушып тағы ла утҡа ҡуябыҙ. 15 минуттан һуң лимон һуты өҫтәйбеҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырып ябып ҡуйырға.
Шулай ҡабаҡ һутын күрәгә менән дә эшләргә була.
Ә һеҙ нисек эшләйһегеҙ? Рецептарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: телеграмдан.