Кәбеҫтәне маринадлап ҡарағыҙ әле
"Бик тәмле килеп сыға!" - ти Асҡын районының Әмир ауылы уңғанбикәләре.
Асҡын районының Әмир ауылының уңған хужабикәләре кәбеҫтә маринадларға өйрәтә. “Маринадланған кәбеҫтә үҙенсәлекле тәме менән айырыла, витаминдары ла һаҡлана. Көҙгө уңыштан тәмле ризыҡтар эшләгеҙ – файҙаһын күрегеҙ!” – ти улар.
Рецебын да яҙабыҙ:
2 килограмм кәбеҫтә, 2 кишер, 1 әсе борос, 2 татлы борос, 1 стакан үҫемлек майы. Маринад өсөн бер литр һыу, 2,5 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 70 г аш һеркәһе кәрәк буласаҡ. Маринадланған кәбеҫтәне эшләү серҙәрен уңған хужабикәләр видеояҙмала уртаҡлаша.
Әйткәндәй, Асҡын районының Әмир ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша, уларға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: видеонан скриншот.
Видео: Әмир ауылы төркөмөнән (vk.com/club217813057)