"Үҫенте" кәңәш бирә21.03.2019
Баҡса үҫтерергә яратҡандар өсөн яңы миҙгел яҡынлаша. Улар орлоҡтар һайлай, үҫентеләр ултырта, тәжрибә туплай.

Сибайҙың 2-се китапханаһы филиалы ҡарамағында 17 йыл дауамында “Үҫенте” баҡсасылар клубы эшләй. Уның алыштырғыһыҙ етәксеһе Елена Зорина заманында “Орлоҡ” магазинда хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡала баҡсасыларын бер майҙанға туплау, кәңәшләшеп эшләп маҡсатында ошо клубты булдыра.

– Һатып алыусыларға орлоҡтар тәҡдим итә торғас, үҙем дә баҡсасы булып киттем, – тип йылмая ул. – Хәҙер орлоҡтарҙың ниндәйе генә юҡ, әммә уларҙың барыһы ла беҙҙең төбәк өсөн хас тип әйтеп булмай. Ошоно күҙ уңында тотоп, клубта ер эшен, йәшелсә-емеш, сәскә үҫтерергә яратҡандар менән осрашып, төрлө мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Көҙ мул уңышыбыҙға бергәләп һөйөнәбеҙ, уртаҡлашабыҙ.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: клуб ағзалары Сибай институтының фән белгестәре менән хеҙмәттәшлек булдырған, был эшкә студенттар ҙа йәлеп ителгән.


Был юлы ҡала баҡсасылары томат үҫтереү үҙенсәлектәрен өйрәнде, ошо йәһәттән тәжрибә уртаҡлашты. Уңған хужабикәләр шулай уҡ үҙҙәре үҫтергән төрлө емеш-еләктән, йәшелсәнән әҙерләнгән ҡайнатмаларҙан, салаттарҙан бай күргәҙмә ойошторғайны.

Ғөмүмән, Сибай баҡсасылары яңы миҙгелгә әҙер, уларға уңышлы эш, мул уңыш теләргә генә ҡала.


Вернуться назад