Ағас ботағы айырылһа…16.10.2018
Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән. Бошоноп эш сыҡмаҫ, ә тиҙерәк уны тартып бәйләп ҡуйыу сараһын күрергә кәрәк.

Кисектермәйенсә үҙ урынына ҡуйһаң, ағас олонона йәбешеп үҫеп китәсәк. Оҙаҡ ваҡыт үтеп, йәрәхәт­ләнгән урындағы күҙәнәктәр ҡороһа, бүтән кире йәбешеп үҫмәйәсәк. Бындай осраҡта ботаҡтағы һәм олондағы йәрәхәтте бысаҡ менән яҡшылап таҙарталар. Унан үҙ урынына тартып бәйләһәң дә ярай.

Тартып бәйләүҙең төрлө ысулдары бар. Иң ябай ысул шунан ғибәрәт: тарттырғанда шпагат ебе ағас ҡайырын киҫеп зарарламаһын өсөн айырылған ағас ботағына һәм олонона сепрәк урала, һуңынан ныҡ итеп бәйләнә.


Вернуться назад