Сылтыр-сылтыр “йылға” аға16.10.2018
Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Бының өсөн матур итеп эшләнгән эскәмйә, беседка кәрәк. Ләкин күңелгә улары ғына ла етмәй. Кеше янған усаҡҡа, аҡҡан һыуға ҡарап туймай, тиҙәр бит. Ҡараған һайын ҡарағы килә, яйлап тынысландыра. Бөгөнгө һүҙебеҙ яһалма һыу ятҡылығы, йәки, баҡсасылар әйтмешләй, “аҡҡан һыу”, “йүгерек һыу” тураһында булыр.

Һыу кешегә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йоғонто яһай. Юҡҡа ғына фонтан, бәләкәй генә шарлама, “йылға” элек-электән бай баҡса­ларҙың айырылмаҫ өлөшө һанал­маған. Әлбиттә, бар биләмәлә лә тәбиғи һыу ятҡылығы булмай. Шуға ла яһалма күл, йылға эшләнелгән. “Йылға” ағыуы шунан ғибәрәт: компрессор ярҙамында һыу өҫкә күтәрелә лә аҫҡа табан таштар өҫтөнән түбәнгә “йүгерә”.

Һыу ятҡылығы төҙөү өсөн иң тәү дөрөҫ итеп урынлаштырырға кәрәк. Һуңынан ерҙең өҫкө ҡатламы бер яҡ ситкә алына. Ә балсыҡтан “альп тауы” өйөлә. Ошо уҡ өйөмдө йылғаның башы итеп тә файҙаланырға мөмкин. Әҙер соҡорға флис (геотекстиль) һалына, гидроизоляция яһала: поливинилхлорид пленка (ПВХ) йәки бутилкаучук резина һалына. Был пленка менән резина оҙаҡ һаҡлана. Әйтәйек, ПВХ пленкаһы ун йылдан ашыу хеҙмәт итергә мөмкин. Ә бутилкаучук 30 йылға саҡлы хеҙмәт итеп, 30 градуслы һалҡындарға ла ярылмай. Гидроизоляция яһар өсөн башҡа ысулдар ҙа етерлек. Мәҫәлән, бетон. Уның өсөн ергә тимер селтәр һалына, арматуралар ярҙамында ”һөлдә” эшләнә. Өҫтөнән резинопластик йәйелә.

Ғәҙәттә, насосты баҡсалағы яһалма йылға, күлдең ҙурлығына, тәрәнлегенә ҡарап һайлайҙар. Нисек кенә булмаһын, һыу “йүгергән” урын күҙ уңында булырға тейеш. Әйтәйек, компрессор сәғәтенә ун кубометр һыу һура икән, бер метр киңлектәге “йылға”ның ошо ерҙәге тәрәнлеге 3 сантиметр була.

Йылға башына һыу биреү өсөн пластик торбалар йәки шлангтар файҙаланыла. Шланг еңел генә йылға боролоштарын ҡабатлай ала. Уны ағымдан ситтә, иң ҡыҫҡа урындан үткәрәләр. Торба сыҡҡан урынды таш менән ҡаплап ҡуйһаң, ул күренмәйәсәк. Йылға ағышын булдырғанда, тулҡындарҙың таштар өҫтөнән уйнарға, сылтыр-сылтыр тауыш сығарырға тейешлеген оноторға ярамай. Эштең маҡсаты ла, матурлыҡҡа өлгәшеү ҙә ошо бит. Бының өсөн тәбиғи таштарҙы дөрөҫ файҙаланыу зарур. Ҡайһы саҡ таштар ғына композицияның айырым элементын биреп бөтә алмай. Шул саҡта бетон ҡулла­ныла. Ағыр өсөн “тау” ни тиклем бейегерәк, шул хәтлем йылға боролошон уйнатырға мөмкин.

Яһалма йылға, күл, баҡсалағы газон, сәскәлек һымаҡ уҡ, тәрбиә талап итә. Таҙартып, һыуын алмаштырып, таштарын рәтләп торорға кәрәк. Уның ҡарауы, баҡсағыҙға сығып, рәхәтләнеп ял итеүгә ни етә?! Шуныһы мөһимерәк бит...


Вернуться назад