Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!26.09.2018
Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр тирә-йүнгә иман нуры таратып торған, яңыртылғандан һуң үҙ ишектәрен асҡан боронғо мәсете, әүҙем, уңған, тилбер халҡы менән данлы был төбәк.

Һеҙ фотоһүрәттә күргән Фир­ҙә­үес апай Хәсәнованы ғына алайыҡ, мәҫәлән. Ауыл тормо­шо уртаһында һәр саҡ ҡайнап йәшәгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы клуб мөдире, социаль хеҙмәткәр булып эшләгән, урын­дағы Совет депутаты вазифа­һын атҡарған шәп ҡатын-ҡыҙҙарҙан ул. Донъя көтөргә маһир икәнлеген дә әйтеп тораһы түгел. Бынан ике тиҫтә йыл элек ғүмерлек юлдашы Хәмитйән ағай көт­мәгәндә яҡты донъяны ташлап китеп барғас, бер үҙенә билен биш ерҙән быуып, хужалыҡ хәстәрҙәрен теүәлләргә, биш баланы тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтырырға тура килгән уға. Шуғалыр ҙа бер эштән дә ҡурҡмай Фирҙәүес ханым, “хәрәкәттә – бәрәкәт” тигәнгә инанып, йәшәйе­ше­нән йәм табып, ғүмер һуҡ­мағынан атлауын белә.

Урындағы “Һаҡмар һандуғастары” фольклор ансамблендә йырлауын, ағинәйҙәр ҡоронда ағза булып тороуын, ауылды төҙөкләндереү, тәртипкә килте­реү эштәрендә әүҙем ҡатнашыуын да күңел һәм намыҫ талабы тип атай. Ә был фотоға килгәндә:

– Көҙгө муллыҡ осорон ифрат яратам. Баҡсамда емеш-еләк, йәшелсә емерелеп уңа, уларҙы эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа тиҫтәләрсә банка ҡайнатма, компот, тоҙланған-маринадланған аҙыҡ әҙерләйем, салаттар эшләйем. Йыл һайын ре­цептарҙы төрләндерергә тырышам, яңылыҡтар эҙләйем. Урман ниғмәттәрен дә эшкәртәм: бәш­мәктең бер нисә төрөн тоҙлайым, – ти Фирҙәүес ханым.

Был тиклем эште йырып сыҡҡансы ни тиклем көс һәм ваҡыт кәрәк тигәнгә, бының сере ябай, тип яуап бирҙе Түбәнге Яйыҡбай уңғаны: тыуған ерегеҙҙе, кешеләрҙе яраты­ғыҙ, аралашып, тирә-йүнгә, яҡындарығыҙға ла, башҡаларға ла хәлдән килгәнсә файҙа күрһәтеп йәшәгеҙ, шул ғына. Ул саҡта күңел тыныс, кәйеф яҡшы була, тау аҡтарырҙай дәрт-дарман да өҫтәлә.




Вернуться назад