Лимондар ҡайҙа үҫә?25.09.2018
Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән булдырылған теплица бөгөн — өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урыны. Илдең күп төбәктәрендә бындай баҡсалар бер-бер артлы юҡҡа сыға барһа, Өфөлә иһә заман ҡаршылыҡтарына бирешмәй үҫешеүен дауам итте.

Бөгөн унда бер гектар ерҙә лимондың “юбилей”, “ташкент” сорттары халыҡты мул уңышы менән ҡыуандыра. 1,3 мең төп ағастан йылына 20-22 тонна емеш йыялар.

Үҙ һөнәренә ғашиҡ ханым үҫентеләре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Оҙаҡ йылдар эҙләнеү, тикшеренеү һөҙөмтәһе был. Үкенескә ҡаршы, ваҡыт үтә килә теплица ла “ҡартая”. Тап шуға ла лимонарийҙы реконструкциялау хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, халыҡ еңел һулап ҡуйҙы, сөнки бындай алым менән лимон үҫтереү — үҙенсәлекле тәжрибә, республикабыҙҙың даны.

Баҡсаны ремонтлағандан һуң унда лимон ағастарын арттырыу ғына түгел, папайя үҫтерергә лә ниәтләйҙәр. Экскурсияға килеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Яңы комплекста ял итеү урындары, кафе, фитобар, ба­лалар майҙансығы, ошонда үҫте­релгән емештәрҙе һәм сувенирҙарҙы һатҡан магазиндар буласаҡ.


Вернуться назад