Алмағас ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, эре структуралы, дымлы һауа, йылылыҡ үтеп ингән еңел, уңдырышлы тупраҡлы ерҙә яҡшы үҫә.
Уңдырышһыҙ ерҙә алмағасҡа урын әҙерләгәндә бер квадрат метр ергә 500 грамм эзбиз, 25 килограмм органик ашлама, 50-60 грамм комплекслы ашлама (азот, фосфор, калий) индереп, соҡор тәрән итеп ҡаҙыла.
Үҙегеҙгә кәрәкле (йәйге, көҙгө, ҡышҡы) сорттар һайлап алығыҙ. Алмағасты вегетатив осоронда яҡшылап тәрбиәләгәндә, бер урында 40-50 йыл уңыш бирә, шуға күрә уны ултыртыу өсөн ҡар ҡалын ятҡан уңдырышлы ерҙе һайларға кәрәк. Ҡырыҫ климат шарттарында был бик мөһим.
Алмағасты ултыртыу өсөн 100 x 80 x 50 сантиметр ҙурлыҡта соҡор ҡаҙыла. Уны ҡаҙғанда тупраҡтың уңдырышлы өҫкө ҡатламын – бер яҡҡа, аҫтағы уңдырышһыҙ, һары балсыҡ ҡатламын икенсе яҡҡа өйәләр. Соҡорҙоң өҫкө ҡатламынан алынған тупраҡҡа 30-40 килограмм серетмә, 0,8-1 килограмм суперфосфат йәки 1,5-2 килограмм фосфор оно, 0,2 килограмм калий тоҙо, әсе тупраҡлы ергә 0,6-1 килограмм эзбиз һалып, тупраҡ менән ентекләп аралаштырыла.
Алмағасты ултыртҡанда таҡта файҙаланыла, уның оҙонлоғо – 160 сантиметр, киңлеге – 15 сантиметр. Таҡтаның ҡап уртаһында уйып алынған урын алмағасты ултыртыу нөктәһен билдәләй. Соҡорҙо ҡаҙып бөткәс, байытылған тупраҡ унда конус формаһында өйөлә. Соҡор өҫтөнә ултыртыу таҡтаһы һалына, ике яҡ башы ағас сөйҙәр ярҙамында ергә беркетелә. Унан урталағы таҡта уйымына үҫенте ҡуйыла. Тамырҙары конус тирәләй тигеҙ итеп таратыла.
Үҫентенең ялғанған урынын таҡта өҫтөндә ҡалдырыу мотлаҡ. Шуны әйтергә кәрәк, алмағастың ялғанған урыны һәр ваҡыт ер өҫтөндә булырға тейеш (тәжрибәһеҙ баҡсасылар бының менән иҫәпләшмәй. Ағасты ултыртҡас, уның тирәһенә органик ашламаны йылдың-йылы өйә бирә, һөҙөмтәлә ялғанған урын ер аҫтында ҡала. Дымлы тупраҡта ялғанған ер өҫтөндәге ҡайыр серей, алмағас әкренләп ҡорой).
Унан ултыртыу соҡоро байытылған тупраҡ менән тултырыла. Аҙаҡ аяҡ менән тапап тығыҙлатыла, һыу һибелә. Үҫенте ергә ҡағылған ағасҡа бәйләп ҡуйыла. Яҡшы тәрбиә бирелһә, уңышы ла оҙаҡ көттөрмәҫ.