Ҡарабаш ауылында баҡса үҫтермәгән, йорт алдарын гөл-сәскәгә күммәгән хужа юҡтыр ҙа. Кемдең ихатаһына барып инһәң дә, гүзәллектән күҙ ҡамаша, көҙгө мул уңыштан кәйеф күтәрелә. Нисек өлгөрәләрҙер, аптырарһың…
“Хөрмәтуллиндарҙың ожмахтай баҡсаһын күрмәй ҡайтмағыҙ”, тигәстәре, уларға мотлаҡ һуғылырға булдыҡ. Ҡапҡаларын асып инеү менән әкиәттәгеләй ғәжәп матур донъя асыла. Декоратив ҡыуаҡлыҡтар тигеҙ итеп ҡырҡылған, үрмәләп үҫкән виноград һабаҡтары менән биҙәлгән ҡапҡалар аша ихатаға үтәбеҙ. Янып торған бесәй гөлдәренән хасил булған “келәм”, октябргә тиклем баҡсаны йәмләйәсәк күп йыллыҡ флокстар, клумбалар яһау өсөн бик тә уңайлы гиацинттар иғтибарҙы үҙенә тарта.
Атамаһын япраҡтарының ҡылыс формаһында булғаны өсөн алған гладиолустар (гладиолус латинса – ҡылыс) көҙгө баҡсала үҙҙәрен хужа тойоп, сағыу төҫтәре менән күңелдәрҙе арбай. Күршеләре георгиндар ҙа маһайышып баштарын күккә сөйгән. Маҡтанырлыҡ урындары бар шул, ХIХ быуатта уҡ был боронғо үҫемлектәрҙең 100 сорты билдәле булған. Һабаҡтары менән ҡояшҡа табан үрелеп күтәрелгән күп йыллыҡ клематистар йорт стеналарын, әйтерһең дә, ел-ямғырҙан һаҡлаған ҡалҡан. Ҡасандыр Рәсәйгә Төньяҡ Африканан килтерелгән “ҡунаҡ”тарҙың береһе – хризантемалар Ҡарабаштың уңдырышлы тупрағын үҙ иткән.
Заманында тегеүсе булып эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡытын йорт-ҡура, баҡса эштәренә арнаған Раушания сәскә үҫтереүҙең мәшәҡәттәренә һис зарланмай. “Мал-тыуарҙы ҡарау, умарталарҙы тәрбиәләү менән ирем дә шөғөлләнә, улым Руслан ер эшендә алыштырғыһыҙ ярҙамсы, – ти хужабикә. – Кисә картуфты ҡаҙып алып бөттөк, быйыл ул шул тиклем умырылып уңды, күптән бындай ҙа уңышты күргән юҡ ине”.
Ерҙе ҡәҙерләһәң, ул да һиңә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарыр. Раушания менән Рәшит Хөрмәтуллиндар был хәҡиҡәтте күптән белә. Ҡышҡылыҡҡа барыһы бар: йәшелсәһе тоҙланған, ҡағы ҡойолған, умарталар әҙерләнгән. Тимәк, ял итергә лә ваҡыт. Хөрмәтуллиндар иртәгә Тунисҡа сәфәргә сыға...